Донъя яңылыҡтары - 23.03.2018

Донъя яңылыҡтары - 23.03.2018 https://bash.news/news/37599_donya_yaylytary__23032018
23 мар 2018, 21:47

Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы Президент һайлауы йомғаҡтарын раҫланы. Комиссияның бөгөн үткән ултырышында тауыш биреүҙең һуңғы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Уларға ярашлы, Владимир Путин 76, 69 процент тауыш йыйып Президент итеп һайланды. Дөйөм алғанда, уға 56 миллион 430 мең 712 кеше тауыш биргән. Был дөйөм һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың яртыһынан күбеһе тигән һүҙ. Һайлау һөҙөмтәләре иғлан ителгәндән һуң Президент Владимир Путин үҙәк телеканалдар аша Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Дәүләт башлығы күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм илде артабан алға әйҙәү өсөн берләшеүҙең мөһимлегенә туҡталды.

ХХХ

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн квитанцияларҙа реклама урынлаштырыу тыйылды. Был туралағы ҡарар бөгөн Дәүләт Думаһы ултырышында хупланды. Законға үҙгәрештәр 2017 йылдың ноябрендә үк ҡабул ителгәйне. Әммә федерация советы уны кире ҡаҡты. Быйыл февралдә атап үтелгән мәсьәлә буйынса махсус ярашыу комиссияһы төҙөлдө. Уның һығымталары нигеҙендә квитанцияларҙа коммерция мәғлүмәте булырға тейеш түгел.

ХХХ

Францияның Треб ҡалаһынды ҡораллы кеше урындағы супермаркет һатып алыусыларын аманатҡа алды. Уларҙы ҡотҡарыу операцияһы барышында ике кешенең ғүмере өҙөлдө, ике полиция хеҙмәткәре йәрәхәтләнде. Төбәк властары был осраҡты террор ғәмәле тип баһаланы. Һатып алыусыларҙы аманатҡа алыусы үҙен донъяның күп илдәрендә тыйылған Ислам дәүләте террор төркөмө ағзаһы булараҡ танытыуы билдәле.

ХХХ

Ҡушма Штаттар конгрессының вәкилдәр палатаһы 2018 йылдағы бюджет сығымдары тураһындағы законды раҫланы. Документта Украинаға ярҙамға 620 миллион долларҙан ашыу аҡса бүлеү күҙаллана. Былтырғы сығымдарҙан был 10 миллион долларға күберәк. Бынан тыш, Пентагон тәҡдим иткән закон проекты нигеҙендә рәсми Киевҡа хәрби-техник ярҙам маҡсатында 200 миллион доллар бүленә.

ХХХ

Малайзияла сабыйы менән упҡынға ырғыған ирҙең видеояҙмаһы ҙур бәхәскә юл асты. Кадрҙа урындағы телеканалдарҙың береһе ойошторған реалити-шоуҙа ҡатнашыусы 60 метрлыҡ күперҙән ырғый. Был мәлдә уның арҡаһында бәләкәй балаһы бәйле булыуы күренә. Яҙма глобаль селтәрҙә урынлаштырылғас та атай кешенең ҡылығы менән тәртип һаҡлау органдары ҡыҙыҡһына башлаған. Власть вәкилдәре, уны ата-әсәлек бурысын тулы кимәлдә үтәмәүҙә һәм сабый ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуҙа ғәйепләй. Упҡынға һикергән ирҙең иһә ҡыҙының был шоуҙа үҙе теләп ҡатнашыуы менән аҡланырға тырышыуы билдәле.

Донъя яңылыҡтары - 23.03.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество