Бөрө ҡалаһында перинаталь үҙәк төҙөләсәк, ә Стәрлетамаҡ кибер ҡалаға әүерелә

Бөрө ҡалаһында перинаталь үҙәк төҙөләсәк, ә Стәрлетамаҡ кибер ҡалаға әүерелә https://bash.news/news/37609_br_alaynda_perinatal_k_tlsk__strletama_kiber_alaa_erel
20 мар 2018, 23:59

Бөгөн Республика башлығының граждандарҙы ҡабул итеүе барышында Башҡортостандың төрлө төбәктәренә ҡағылған проблемалар күтәрелде һәм хәл итеү юлдары барланды. Миловка паркы, Урал торлаҡ комлексында фатир алып алданыусылар ҙа аныҡ яуап ишетте.

Зәңгәр күкте яулау һирәктәргә эләккән бәхет, күп малайҙар бәләкәй саҡтан летчик булыу хыялы менән яна. Икһеҙ-сикһеҙ урман-ҡырҙарҙы өҫтән күҙәтергә, бейеклеккә күтәрелергә теләй. Был ниәтте авиация йүнәлешендәге мобиль мәктәп төҙөп тормошҡа ашырырға мөмкин. Башҡортостанда мөмкинлектәр бар, Әбйәлил районында дельтаплан спорты буйынса союз кимәлендәге ярыштар ойошторолған үҙенсәлекле тау бар. Пилот-инструктор Азат Мәсәлимов Республика башлығына бөгөн ошо һорау менән килгән. Рөстәм Хәмитов тәҡдимде хупланы, тик аныҡ проект кәрәк.

Кескәй Самат асыҡһа ла мыжымай. Сабый күңеле һиҙә, әсәһе бөгөн бик етди мәсьәлә менән йөрөй. Һәм был ысынлап та шулай. Ишле бала тәрбиәләгән Вера Цирульникованы тыуған ҡалаһы Бөрөлә заманса перинаталь үҙәк борсой. Бөгөн ул Рөстәм Хәмитовҡа ла тап ошо һорау менән килгән. Сөнки Бөрөләге бала табыу йортона күрше-тирәләге райондарҙан да гүзәл заттар мөрәжәғәт итә.

Руслан Кәримов Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында эшләй. Йәш ғалим белем биреү системаһында электрон уйын формаларын әүҙем ҡуллана. Ул виртуаль лаборатория асыу теләге менән яна, проект хаҡы 6 миллион һум тирәһе. Руслан Кәримов был тәҡдимде Рөстәм Хәмитовтың Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында ла күтәргәйне. Бөгөнгө яңы йүнәленш буйынса аныҡ һөйләшеү булды. Виртуаль лаборатория әле илдең ике уҡыу йортонда ғына бар.

Осрашыу барышында Республикала бәшмәк үҫтереү буйынса һорау ҙа күтәрелде, сөнки әле был кәсепкә тотоноусылар бер программала ла ҡатнаша алмай. Шулай уҡ Миловка паркы, Урал торлаҡ комплексында фатир алып алданыусылар ҙа үҙ проблемаһы менән мөрәжәғәт итте. Мәҫәлән, тәүгеһендә 4 ҡатлы 32 йорт, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар һаны 2 меңдән ашыу. Рөстәм Хәмитов проблема хәл ителәсәк тип белдерҙе, тик был процесс ваҡыт һәм өҫтәмә сығымдар талап итә.

Республика башлығына йыл башынан алып төрлө проблемалар менән 2 мең ярым тирәһе кеше мөрәжәғәт иткән. Халыҡ үҙ һорауҙарын электрон портал аша ла, хат менән дә ебәрә. йәмәғтәселекте босоған мәсьәләләрҙең күбеһе торлаҡ тәьминәтенә, медицина, мәғариф өлкәһенә, коммуналь хужалыҡҡа ҡағыла. Шәхси ҡабул итеүгә тотош йәмғиәткә ҡағылған көнүҙәк проблемалар һайлап алына.

Авторы: Рәмзиә Кәримова

Бөрө ҡалаһында перинаталь үҙәк төҙөләсәк, ә Стәрлетамаҡ кибер ҡалаға әүерелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд