Донъя яңылыҡтары - 20.03.2018

Донъя яңылыҡтары - 20.03.2018 https://bash.news/news/37613_donya_yaylytary__20032018/?lang=bash
20 мар 2018, 20:48

Владимир Путин запастағыларҙы хәрби күнекмәләргә саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ике айлыҡ йыйындар Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә, дәүләт һағы органдарында һәм Федераль именлек хеҙмәтендә уҙа. Күнекмәләрҙе ойоштороу һәм үткәреү өсөн хөкүмәт һәм төбәк башҡарма власть органдары яуаплы. Уларҙы уҙғарыу ваҡытын Оборона министрлығы билдәләй.

ХХХ

Рәсәйҙең 23 дипломаты Лондондағы илселекте ҡалдырырға мәжбүр булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөйөк Британия менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәр ГРУ-ның элекке полковнигы Сергей Скрипаль һәм уның ҡыҙы ауыр хәлдә табылғандан һуң киҫкенләште. Сит ил премьер-министры Тереза Мэй уларҙың ағыуланыуында Мәскәүҙе ғәйепләне. Быға яуап итеп Рәсәй ҙә бер аҙна эсендә Британия диломаттарына илдән китергә ҡушты. Шулай уҡ Бөйөк Британияның Санкт-Петербургтағы консуллығы эшмәкәрлеген туҡтатты.

ХХХ

Бөгөн кис Мурманскиҙа газ шартлауы һөҙөмтәһендә торлаҡ йорт емерелеп төшкән. Ғәҙәттән тыш хәлдә кәмендә бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Тағы ла дүрт кешенең тән йәрәхәттәре алыуы билдәле. Ярты быуат самаһы элек төҙөлгән йортта йөҙҙән ашыу кеше йәшәгән. Әле урындағы властар урамда ҡалыусы ғаиләләрҙе урынлаштырыу мәсьәләһкен хәл итә. Осраҡ буйынса тәфтиш комитеты тикшереү башлаған.

ХХХ

Кенияла донъялағы иң һуңғы аҡ тоҡомло ата носорог вафат булған. Судан ҡушаматлы мөгөҙморон 45 йыл йәшәгән. Урындағы ҡурсаулыҡтарҙың береһендә аҙралған хайуандың һуңғы тәүлектә хәле кинәт насарайыуы билдәле. Шуға ла ветеринарҙар уны йоҡоға талдырырға ҡарар иткән. Әлеге ваҡытта ер шарында тағы ла аҡ тоҡомло ике инә носорог ҡалған.

Донъя яңылыҡтары - 20.03.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста