Аҙна яңылыҡтары. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы йәшелсә-емеш менән генә туҡланыусыларҙы ауырыуҙар рәтенә индерҙе

Аҙна яңылыҡтары. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы йәшелсә-емеш менән генә туҡланыусыларҙы ауырыуҙар рәтенә индерҙе https://bash.news/news/37650_ana_yaylytary_bt_donya_auly_alau_ojoshmay_jshelsemesh_men
25 мар 2018, 22:41

Был туралағы мәғлүмәт «һә» тигәнсе тотош Ер шарын урап сыҡты. Был аңлашыла, донъяла вегетариан туҡланыуҙы үҙ итеүселәр бик күп. Тимәк, Ер йөҙөндә йәшәгән халыҡтың яртыһы психик тотороҡһоҙлоҡ менән яфалана булып сыға түгелме? Баҡтиһәң, был кемдеңдер яуыз шаяртыуы. Етмәһә, вегандарҙың байрамы алдынан ғына. 20 мартта бит бөтә донъя иттән баш тартыу көнө. Һәм әйтергә кәрәк, ундайҙар арта ғына. Хатта быуын-быуын ит менән туҡланған башҡорттар араһында ла хәҙер вегетарианецтар байтаҡ. былай барһа һөт кенә түгел , фермерҙарға ит һатыу ҙа ауырлашмаҫ тимә. Гөлназ Хәйбуллина итле һәм итһеҙ ризыҡтың ыңғай һәм кире яҡтарын барланы.

Олеся Рамаҙанова төшкө аш әҙерләргә йыйына, һыйыр ите һурпаһында кәбеҫтә ашы бешерһә, баклажанға фарш тултырасаҡ. Өҫтәл түренә ул ғәҙәттәгесә, йәшелсә, емеш-еләк ҡуя. Йәш әсә бала сағынан ит ризыҡтарын үҙһенмәһә лә, 5 йыл элек туҡланыу рационын тулыһынса үҙгәрткән.

Табиптар кәңәше буйынса. Тимәк, медицина хеҙмәткәрҙәре тап итле ризыҡтар ашауҙы дөрөҫ туҡланыу тип иҫбатлай. Юҡҡа ғына бәлиғ булмаған балаларға, йөклө ҡатындарға, хроник ауырыуҙар менән яфаланыусыларға вегетарианлыҡҡа ҡушылырға тыйылмай.

Шуға ҡарамаҫтан, Олеся Рамаҙанова кире вегетариан аштарына ҡайтмаҡсы. Ит ризыҡтарын организм үҙләштереп бөтмәй, тип иҫәпләй. Рәсәйҙә миллиондан ашыу кеше вегетарианлыҡты үҙ итеүе билдәле. Берәүҙәр был хәрәкәткә хайуандарға зыян килтерергә ярамай тип, ҡушылһа, икенселәр үҙ һаулығын ҡайғыртып. Йәнәһе лә, яман шеш, атеросклероз, йөрәк-ҡан ауырыуҙары тап ит ашауҙан ҡуҙғый. Шулай уҡ дини ҡараштарға таянып та ғүмер буйы Ураҙа тотоусылар бар.

Интернет киңлектәрен ҡараһаҡ, Өфөлә вегетариандар менюһы буйынса кескәйҙәрҙе ҡабул итеүсе шәхси балалар баҡсалары бар. Туҡланыуҙа аллергияһы булған малай-ҡыҙҙар өсөн тип таныталар үҙҙәрен ҡайһы берәүҙәре. Шулай уҡ Өфө кафе-ресторандары ла вегетариандар аудиторияһына тура килтереп айырым меню төҙөргә тырыша, десерт-торттарға шул уҡ емеш-еләген ҡушалар - файҙалы бит, бынан тыш, бәшмәк, йәшелсәһен дә күмерҙә ҡыҙҙырып бирәләр, салаттарын да төрләндереп яһайҙар.

«Биг шеф» бистроһы етәкселеге билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа клиенттары араһында вегатариандарҙың артыуы күҙәтелә. Социаль селтәрҙәге төркөм мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә улар ике мең тирәһе. Шуға күрә ассортиментты байытыу йүнәлешендә лә кафе хеҙмәткәрҙәре етди эшләй. Булгур, төҫлө кәбеҫтә, сыр ҡушылған ризыҡтарҙы урап ҡына үтеп булмай.

Билдәле булыуынса, иттәге А витамины организмдың физик үҫешенә ныҡлы йоғонто яһай. Тимәк, бәлиғ булмағандарҙы был хәрәкәткә ылыҡтырыу хәүефле.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы йәшелсә-емеш менән генә туҡланыусыларҙы психик тотороҡһоҙлоҡ менән яфаланыусылар исемлегенә индергән тигән хәбәр интернетта таралғандан һуң, ҙур бәхәстәр тыуҙы. Үҙен вегетариандар рәтенә индергән Роберт Дәүләтшин да был фекер менән ҡәтғи рәүештә килешмәй.

«Сәләмәтлегемдә тик ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә»,- ти воркаут менән шөғөлләнгән егет. Хәйер, интернеттағы вегетарианлыҡ тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә ялған булып сыҡты.

Белгестәр әйтеүенсә, туҡланыу рәүешен ҡапыл үҙгәртергә ярамай. Яйлап ҡына, самаһын белеп кенә иттән, балыҡтан баш тартырға кәңәш ителә. Был ризыҡтарҙың еҫе башты әйләндермәй икән - был яҡшы күренеш. Тимәк, кешенең психикаһы сыныҡҡан. Заман башҡа заң башҡа тигәндәй, бөгөн сауҙа кәштәләрендә вегетариан колбасаһы, сосискаһын да осратырға мөмкин. Формаһы, төҫө, тәме буйынса улар күпкә тәмлерәк тә тойола. Әммә файҙалымы?! Шул уҡ вегетариандар араһында витаминдарға ҡытлыҡты төрлө биологик өҫтәлмәләрҙән алыусылар ҙа бар. Нисек кенә булмаһын, сәләмәт туҡланыу һәр кем өсөн үҙенсәлекле, һәр кем йәшәү рәүешен үҙе һайлай.

Аҙна яңылыҡтары. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы йәшелсә-емеш менән генә туҡланыусыларҙы ауырыуҙар рәтенә индерҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа