Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетында робот техникаһы һәм инжиниринг буйынса республика чемпионаты үтте

Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетында робот техникаһы һәм инжиниринг буйынса республика чемпионаты үтте https://bash.news/news/37663_bgn_f_dlt_neft_texnik_universitetynda_robot_texnikay_m_in
24 мар 2018, 21:57

«РобоЛига Рәсәй-2018» ярыштары сиктәрендә ойошторолған сараға илдең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Тажикстан һәм Абхазия республикалары вәкилдәре лә килде. Ҡатнашыусылар төрлө программаларҙа көслөләрҙе асыҡланы.

Робот техникаһы буйынса Башҡортостан ярыштары йылдан-йыл ҡатнашыусылар күплеге менән һоҡландыра. Быйыл да Өфөгә республиканың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Мәскәү, Ҡазан, Ырымбур тарафтарынан, хатта сит илдәрҙән дә вәкилдәр килгән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйылғы программа үҙенсәлекле булыуы менән айырыла.

Аҡыллы баштар төрлө программаларҙа көс һынашты. Йәш кенә инженер-мехниктар эшләгән роботтар футбол, сумо һәм бокс кеүек төрлө ярыштарҙа көслөләрҙе асыҡланы. Олимпиадала йыл һайын Бөрйән районынан килгән уҡыусылар әүҙем ҡатнаша. Быйыл да улар программаларҙың барыһына ла тиерлек үҙ вәкилдәрен ҡуйып сыҡҡан.

Өфөнән Рәсүл Мусин күперҙәрҙе ремонтлағанда аҡыллы сфетофор ҡуллыныу кәрәк тигән фекерҙә. Һәр хәлдә уҡыусы бала уйлап сығарған ҡоролма төҙөкләндереү эштәре ваҡытында хеҙмәткәрҙәрҙең эшен күпкә еңелләштергә ярҙам итә. Шулай уҡ бындай алым автомобилдәр тығындарынан да арындырасаҡ.

Робот техникаһы ене ҡағылған уҡыусыларҙың ярышы һәр йылдағыса көсөргәнешле үтте. Балалар үҙ-ара аралашып, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Еңеүселәрҙе иһә сараны ойоштороусылар ҡиммәтле бүләктәр менән ҡыуандырҙы.

Авторы: Илдар Байбулатов

Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетында робот техникаһы һәм инжиниринг буйынса республика чемпионаты үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд