Республикала Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса олимпиада уҙҙы

Республикала Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса олимпиада уҙҙы https://bash.news/news/37713_respublikala_bashortostan_tarixy_m_mnite_bujynsa_olimpiad
26 мар 2018, 18:35

Олимпиада Өфөнөң Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында ойошторолдо. Төрлө райондан 126 уҡыусы ҡатнашты.

Республикала Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса олимпиада уҙҙы
Республикала Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса олимпиада уҙҙы

Уҡыусыларға тест һорауҙарына яуап бирергә, тәҡдим ителгән рәсемдәр буйынса эшләргә һәм эссе яҙырға кәрәк ине.

8-се синыфтар араһында Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Кусимов исемендәге башҡорт гимназияһы һәм Борай районының Ҡайынлыҡ ауылы мәктәбе уҡыусылары еңеүсе тип табылды.

9-сы синыфтар араһында Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернаты һәм Шишмә ауылының 2-се мәктәбе уҡыусылары еңде.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа