Донъя яңылыҡтары - 07.03.2026

Донъя яңылыҡтары - 07.03.2026 https://bash.news/news/37736_donya_yaylytary__07032026
26 мар 2018, 22:00

Криптовалюта киләсәктә Рәсәйҙә иҫәпләшеүҙә лә ҡулланылыуы ихтимал. Виртуаль аҡсаларҙы хатта, һумдарға ла әйләндерергә мөмкин буласаҡ. Әммә бары тик закон менән ҡаралған осраҡта һәм шарттарҙа ғына. Илдә һанлы иҡтисадты хоҡуҡи көйләү юлдары барлана. Был өлкәләге хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе закон проекты бөгөн Дәүләт Думаһына индерелде.

ХХХ

Мәскәү дауаханаларының береһендә «МММ» финанс пирамидаһына нигеҙ һалыусы Сергей Мавроди вафат булды. Үлем сәбәбе тип йөрәк өйәнәге аталған. Ул транспорт туҡталыштарының береһендә хуштан яҙған килеш табыла. Ашығыс медицина ярҙамы килеп өлгөрһә лә, реанимация сараларының һөҙөмтәһе булмай. 90-сы йылдарҙа күптәрҙе төп башына ултыртҡан Сергей Мавроди 63 сө йәше менән бара ине.

ХХХ

Британия ГРУ-ның элекке хеҙмәткәре Сергей Скрипалде ағыулау осрағына бәйле мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереү юлын һайланы. Әле томанлы альбионда Рәсәй капиталына һөжүм көсәйә. Властар шикле күренгән аҡсаларға мөлкәткә һалырға ниәтләй. Әле был маҡсатта ордерҙар бирелә башлаған. Байлығының килеп сығыу сәбәптәрен дәлилләй алмаған Рәсәй эшҡыуарҙары Британия ҡаҙнаһын тулыландырыуға өлөш индереүе бик тә ихтимал.

ХХХ

Мысырҙа президент һайлауы бара. Тауыш биреү дүшәмбе башланып, өс көн дауам итәсәк. Дәүләт башлығы вазифаһына ғәмәлдәге Президент Әбдел Фәттәх Әс Сиси менән "Иртәгә" сәйәси партияһы лидеры Муса Мостафа дәғүә итә.

ХХХ

Афғанстанда йәнә террор ғәмәле. Герат ҡалаһында билдәһеҙ кешеләр шиит мәсетенә бомбалы һөжүм ойошторҙо. Уларҙың береһе ғибәҙәт йорто ишеге алдында полиция хеҙмәткәрҙәре атып үлтергән, әммә икенсеһе яман уйын ғәмәлгә ашырып өлгөрҙө тип хәбәр итә илдең мәғлүмәт саралары. Террор ғәмәле һөҙөмтәһендә 1 кеше һәләк булды, 8 кеше йәрәхәтләнде.

ХХХ

Австралияның көньяҡ-көнбайышында гринд-дельфиндары ярға ташланған. Кәм тигәндә 150 йән эйәһенең ғүмере өҙөлгән тип хәбәр итә йәшел континенттың матбуғат саралары. Урындағы халыҡ ярға сыҡҡан мәхлүктәргә ярҙамға сыға, төнгө дежур ойоштора. Был төр дельфиндарҙың оҙонлоғо 8 метрға етә, ауырлығы 800 килограмм самаһы. Ергә сығыу менән улар үҙ ауырлығына баҫыла һәм һәләк була. Юныс балыҡтарының ярға ташланыу сәбәптәрен заман фәне әлегә аңлата алмай.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин

Донъя яңылыҡтары - 07.03.2026

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд