Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2018» конкурсы уҙа, унда республика район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу педагог ҡатнаша

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2018» конкурсы уҙа, унда республика район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу педагог ҡатнаша https://bash.news/news/37741_fl_bashortostandy_jyl_uytyusyy__2018_konkursy_ua_unda_res
26 мар 2018, 20:07

«Йыл уҡытыусыһы» исеменә башланғыс синыф уҡытыусылары, әҙәбиәт, математика, физика, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, информатика, биология, сит телдәр, музыка һәм физкультура уҡытыусылары дәғүә итә. Республика конкурсы еңеүсеһе Бөтә Рәсәй бәйгеһендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Ә әлегә бәйгелә ҡатнашыусылар ярыш талаптары буйынса, аҙна дауамында һәләттәрен күрһәтә. Бөгөн уҡытыусылар эссе яҙһа, 27, 28 мартта оҫталыҡ дәрестәре уҙғара, артабан «Мәғариф проекттары» менән таныштыра, түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша. Сараны йомғаҡлау тантанаһы 31 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтә.

Бөгөн тантаналы шарттарҙа 23-сө йыл рәттән уҙғарылып килгән «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» төбәк-ара конкурсы рәсми рәүештә асыҡ тип иғлан ителде. Быға тиклем баһалама ағзалары 45 педагогтың мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр биреү, инновация алымдар менән эш итеүен, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу һәләттәрен ҡарағайны. Конкурстың төп маҡсты үҙ һөнәренең оҫтаһын асыҡлау һәм уҡытыусының абруйын күтәреүҙән бигерәк заманса шарттарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәтеү кимәлен күтәреү. Конкурста күрше Татарстандан, Силәбе өлкәһе вәкилдәре лә бар.

Авторы: Фәниә Юланова

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2018» конкурсы уҙа, унда республика район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу педагог ҡатнаша

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество