Әбйәлилдә Урал аръяғы райондары хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы үтте

Әбйәлилдә Урал аръяғы райондары хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы үтте https://bash.news/news/37744_bjlild_ural_aryay_rajondary_xakimittre_xemtkrre_spartakia
26 мар 2018, 20:15

Тиҫтәгә яҡын команда спорттың 6 төрөндә көс һынашты.

Сәләмәтлек байрамын асыу тантанаһы «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ойошторолдо. Килгән ҡунаҡтарҙы Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов сәләмләне. Ул ҡатнашыусыларға уңышлы сығыштар һәм юғары спорт күрһәткестәре теләне. Муниципаль берәмектәр хеҙмәткәренә ярыштарҙың барыһында ла ҙур көс түгергә тура килде. Айырыуса йөҙөү, дартс, гер күтәреү һәм волейбол уйыны ҡыҙыу барҙы.

Ярыштан район хакимиәте башлыҡтары ла ситтә ҡалманы. Улар үҙ көстәрен уҡтан һәм пневматик винтовканан атыуҙа һынаны. Спартакиада һөҙөмтәләре буйынса команда беренселегендә Әбйәлил районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре еңеү яуланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Бөрйән һәм Баймаҡ вәкилдәре бүлеште. Урал аръяғы райондары хакимиәттәренең киләһе спартакиадаһын Йылайырҙар ҡабул итәсәк.

Авторы: Илдар Байбулатов

Әбйәлилдә Урал аръяғы райондары хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа