Быйыл йәй Башҡортостанда йәш археологтар мәктәбе ойоштороласаҡ

Быйыл йәй Башҡортостанда йәш археологтар мәктәбе ойоштороласаҡ https://bash.news/news/37770_byjyl_jj_bashortostanda_jsh_arxeologtar_mktbe_ojoshtorola
26 мар 2018, 20:15

Кузеев исемендәге этнология тикшеренеүҙәре институтының Көньяҡ Урал археологик мираҫы бүлеге хеҙмәткәрҙәре был проектты тормошҡа ашырыуға «Ватан тарихы» фондының ярты миллион һумлыҡ Грантын ота. Ил кимәлендәге абруйлы конкурста конкуренция юғары була, унда Мәскәү, Санкт Петербург һәм Ҡазан ҡалаларының археологик тикшеренеүҙәр үҙәктәре лә ҡатнашыуға ғариза бирә.

Шулай ҙа жюри ағзалары башҡорт белгестәренең башланғысын иң лайыҡлыһы тип таба. Йәш археологтар мәктәбе июндә Борай районында ойошторолоп, ике аҙна дауам итә. Урта быуатҡа ҡараған боронғо ҡаласыҡ һәм ҡәберлектә ҡаҙыныу эштәренең барышына утыҙға яҡын сығарылыш синыф уҡыусыһы һәм студенттар шаһит булыр тип көтөлә. Экспедиция барышында йәштәр палаткаларҙа йәшәйәсәк, шулай уҡ проект авторҙары улар өсөн көн һайын тарих, археологияға арналған ҡыҙыҡлы лекциялар, семинарҙар ойошторорға ниәтләй. Фәнни эштәр конкурсы ла уҙғарыласаҡ.

Александр Колонских, Р. Кузеев исемендәге этнология тикшеренеүҙәре институты кесе ғилми хеҙмәткәре: «Бындай археологик мәктәптәр Мәскәү, Ҡырымда уңышлы эшләп килә. Башҡортостанда ла был йүнәлештәге эшебеҙ уңышлы булыр тип өмөтләнәбеҙ. Йәштәр был мәктәптә ҡатнашып, ҡаҙыныу эштәрен алып барыу методикаһы менән танышасаҡ. Уларҙа бәләкәй тыуған илгә һөйөү уятыу - төп маҡсатыбыҙ».

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Быйыл йәй Башҡортостанда йәш археологтар мәктәбе ойоштороласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд