Башҡортостанда «Ғаилә навигацияһы» тип аталған проект старт алды

Башҡортостанда «Ғаилә навигацияһы» тип аталған проект старт алды https://bash.news/news/37934_bashortostanda_ail_navigaciyay_tip_atalan_proekt_start_al
27 мар 2018, 21:58

Айырылышыуҙарҙы иҫкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуйған программа Ғаилә йылы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 10 медиатор ай дауамында махсус курстар аласаҡ. Улар араһында психологтар ғына түгел, судъялар, ЗАГС хеҙмәткәрҙәре бар.

Уҡыу барышында медиаторҙар ғаилә ҡиммәттәре төшөнсәһен нығыраҡ аңлап, ҡатын һәм ир араһында килеп тыуған бәхәстәрҙең хәл итеү юлдарын эҙләргә тейеш. Курстар тамамланғандан һуң, белгестәр баш ҡаланың Совет, Дим, Орджоникидзе райондарында, шулай уҡ Күмертау, Благовещен ҡалаларында һәм Ҡырмыҫҡалы районында граждандар менән осрашыуға сыға. Муниципалитеттарҙа махсус «килешеү бүлмәләре» булдырыласаҡ.

Виктор Курунов, М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультеты деканы: «146 сәғәт уҡыу барышында психологик, социаль һәм юридик өлкәләргә ҡағылған һорауҙар буйынса әңгәмә ҡорасаҡбыҙ. Пилот проекты ярҙамында күп ғаиләләр һаҡланып ҡалыр, тип ышанабыҙ. Район-ҡалаларҙа беҙҙең белгестәр консультацияларҙы бушлай үткәрә».

Авторы: Фәниә Юланова

Башҡортостанда «Ғаилә навигацияһы» тип аталған проект старт алды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество