Бөрөлә Һәҙиә Дәүләтшинаның ижадына һәм тормош юлына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте

Бөрөлә Һәҙиә Дәүләтшинаның ижадына һәм тормош юлына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте https://bash.news/news/37937_brl_i_dltshinany_izhadyna_m_tormosh_yulyna_arnalan_ilmiml
27 мар 2018, 21:55

Әҙибәнең бай һәм үҙенсәлекле теле сәхнәлә күрһәтелде. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академия институты студенттары «Айбикә» повесынан өҙөктәр һөйләне. Сараның икенсе өлөшөндә «Һәҙиә» әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды. Үҫмерҙәр тормошона арналған әҙәби майҙанға танылған яҙыусылар менән бергә әлегә тиклем билдәле булмаған авторҙар ҙа сыҡҡан. Абруйлы жюриға егерме авторҙың утыҙлап әҫәре тәҡдим ителгән. Үҫмерҙәр тормошон сағылдырған проза конкурсы еңеүселәренә яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова үҙе яулаған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы аҡсаһын тапшырыуы оло мәғәнәгә эйә.

Үҫмерҙәр тормошон сағылдырыусы авторҙарҙың әҫәрҙәрен ғәҙел баһалау маҡсатында өс өсөнсө, ике икенсе урын булдырылған. Беренсе урын менән бер төптән интернет менән сыбарланған хәҙерге заман йәштәренең тормош, кисерештәрен тулы итеп асыу оҫталығына ирешә алған Гөлсирә Ғиззәтуллина баһаланды. «Һәҙиә» конкурсында еңеү яулаған авторҙарҙың әҫәрҙәре «Ағиҙел», «Шоңҡар» журналдарында донъя күрәсәк.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Бөрөлә Һәҙиә Дәүләтшинаның ижадына һәм тормош юлына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа