Республикабыҙҙа Ғаилә йылы дауам итә

Республикабыҙҙа Ғаилә йылы дауам итә https://bash.news/news/37949_respublikabya_ail_jyly_dauam_it
29 мар 2018, 12:59

Ғаиләгә иғтибарҙы арттырыу, дәрәжәһен күтәреү маҡсатында Баймаҡ район-ара ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге мәғариф бүлеге менән берлектә етем һәм әҙ тәьмин ителгән балаларҙың каникулын ойоштора. Улар «Орленок» лагерында ял итә.

Каникулдарҙын тәүге көндәрендә үк 40 бала Баймактын «Орленок» ял һәм һауыҡтырыу лагерына килеп урынлашты. Уларҙын барыһы ла ауыр тормош шарттарында йәшәгән балалар. 7 көнгә тәғәйенләнгән ялдарҙа балалар өсөн бик бай программалар ҡаралған,төрлө-төрлө саралар үткәреләсәк.

Ял итергә килеүсе категориянын үҙенсәлекле һәм төрлө шарттарҙа йәшәгән балалар булыуын исәпкә алып, лагерҙа смена башланғас та уҡыусылар өсөн психологтар эшләй башланы. Махсус сакырылған белгестәр Сибай институтының психология һәм педагогика кафедраһы студенттары балалар менән айырым шөғөлләнде.

Ял лагерына килгән 40 баланын кайһылары т әүге тапкыр ошондай шарттарға килеп эләккән. Араларында заманса тормоштон бөтә унайлыктарын белмәгәндәре лә бар, ти белгестәр. Тимәк вакытында ошондай категорияны асыклау, уларға ярҙам күрһәтеү һәм бөтә балаларға ла бер тигеҙ ял итеү мөмкинлеген булдырыу тейешле органдарҙын төп максаты булып кала. Сөнки һәр кемден баласағы бәхетле булырға тейеш.

Авторы: Гөлнур Ишбулатова

Республикабыҙҙа Ғаилә йылы дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд