Борай башҡорт автономиялы кантонына - 100 йыл

Борай башҡорт автономиялы кантонына - 100 йыл https://bash.news/news/38034_boraj_bashort_avtonomiyaly_kantonyna__100_jyl
29 мар 2018, 20:47

Башҡортостан тарихының быға тиклем танылмаған, инҡар ителгән биттәре асыла бара. 1918 йылдың март-апрель айҙарында хәҙерге Борай районы үҙәге - Борай ауылы бөтә Рәсәйҙе дер һелкетә, был ваҡиға айҡанлы большевиктар оло ҡурҡыуға төшә. Йәғни, Борай халҡы Борай башҡорт милли шураһын ойоштора һәм Борай башҡорт автономиялы кантонын иғлан итә. 100 йыл элек халыҡты тетрәндергән ошо ваҡиғаға арнап төбәктә оло саралар ойошторолдо.

1917 йылдың ноябрендә Ырымбурҙа Башҡортостан автономияһы иғлан ителһә лә, ул совет власы тарафынан хуплау тапмай. Бәләбәй, Бөрө өйәҙҙәре халҡы үҙҙәренең автономиялы Бәләкәй Башҡортостан сиктәренән ситтә ҡалғаны өсөн борсола. Республика мөхтәриәтен иғлан иткән көндәрҙә Борайҙа Бөрө өйәҙе мосолмандары съезы ойошторола. Улар автономия яҡлы булыуҙарын белдереп, Үҙәк шураға телеграмма ебәрә. Ваҡиғаларҙы халыҡтан иген, аҡса йыйыу тураһындағы продразверстка ҡарары ҡатмарлаштырып ебәрә. Борай башҡорттары һәм мишәрҙәре Борай волосы Үҙәге ағзаларын ҡулға ала һәм Борай башҡорт милли шураһын ойоштора, Борай башҡорт кантонын иғлан итә. Был ваҡиға ысынында баш күтәреүгә бәрәбәр була. Халыҡты Шәрәфетдин бай Хәмитов етәкләй.

Алик Усаев, Борайҙың 2-се гимназия директоры, тарихсы: «Шәрәфетдин бай Хәмитов һәм уның яҡлылар совет власы файҙаһына 500 бот иген һәм 30 мең һум аҡса түләүҙән баш тарта. Халыҡ барыбер ҙә автономия яҡлы булған. 9 кантон өҫтөнә тағы ла бер - 10-сы кантон ойоштороу башҡа һыймаҫлыҡ эш булған».

1918 йылдың яҙында Өфөгә Мәскәүҙән Борай боласыларын аямаҫҡа, баҫтырырға тигән телеграммалар яуа, үҙәк гәзиттәр был ихтилал тураһында ашығыс сводкалар бирә. Ерле халыҡ өсөн был ваҡиға эҙһеҙ үтмәй. Күптәр шул саҡта уҡ язаға тарттырыла, күптәр аҙағыраҡ шәхес культы ваҡытында юҡ ителә. Әммә, ғәҙеллек һуң булһа ла өҫкә сыға бара. Был тарихи ваҡиғаның 100 йыллығы уңайынан Борай мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар уҙғарылды. Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрендә бер быуат элек барған саралар тураһында һөйләнелде, ғилми-ғәмәли семинар ойошторолдо. Сарала республиканың һигеҙ районынан уҡытыусылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡоролтай вәкилдәре ҡатнашты. Борай башҡорт кантонын ойошторған шәхестәрҙең яҡты иҫтәлегенә район китапханаһы бинаһына таҡтаташ ҡуйылды.

Борай ихтилалы башында торған шәхес - Шәрәфи бай Хәмитовтың яҙмышын журналист, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин архив документтары буйынса өйрәнгән, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында фильм төшөргән. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Әлфис Мөғәллимов данлы яҡташының шәжәрәһен тергеҙгән. 1914 йылда Шәрәфетдин Хәмитов Борайҙа мәсет һалдыра башлай. Әммә, Беренсе Бөтә донъя. Эҙәрлекләүҙәр башланғас, йәш ҡатынын, ике балаһын алып, Ҡытайға сығып китә. Булдыҡлы кеше унда ла юғалып ҡалмай. Мануфактура аса, нәҫелен дауам итә. Бөгөн уның балалары Ер йөҙөнөң төрлө ҡитғаларына таралған. Автономиялы 10-сы кантон ойоштороусы ошондай арҙаҡлы шәхестәрен ололаны борайҙар.

Авторы: Рәшиҙә Ишембәтова

Борай башҡорт автономиялы кантонына - 100 йыл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд