Өфөлә «Уғатар» 2-се республика уҡ атыусылар турниры үтте

Өфөлә «Уғатар» 2-се республика уҡ атыусылар турниры үтте https://bash.news/news/38040_fl_uatar_2se_respublika_u_atyusylar_turniry_tte
29 мар 2018, 20:15

Илленән ашыу үҫмер Айҙар Байыҡ Кубогына көс һынашты, ҡатнашыусылар араһында Сибайҙар һәм Учалылар күп булды.

Йәйәнән уҡ атҡанда үҙеңде тыныс һәм ышаныслы тотоу - уңыштың яртыһы ғына. Мәргән уҡсы исемен алыр өсөн көн һайын күнекмәләр яһау талап ителә. Республика кимәлендә ойошторолған «Уғатар» турниры быйыл тиҫтәнән ашыу район-ҡала уҡыусыларын берләштерҙе.

Был ярыштың төп талабы була. Милли кейемдәрҙең күбеһен турнирға махсус рәүештә тектергәндәр. Ойоштороусылар үҫеп килгән быуында тыуған илгә, тарихҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатын ҡуя . Мәктәп уҡыусылары үҙ сиратында мәргән уҡсыларға ҡарап яңы еңеүҙәргә ҡанатлана. «Уғатар» бәйгеһендә сираттағы тапҡыр учалыларға етеүсе булманы.

Сибайҙар ҙа яҡшы күрһәткестәре менән ҡыуандырҙы. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙың биштән бер өлөшө тап ошо ҡаланан килгәйне. Үҫмерҙәрҙе был шөғөлгә, спорт төрөнә ылыҡтырыуҙа «Мәргән уҡсы» түңәрәге етәксеһе Хөрмәт Таһировтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Колледж студенттарын ул уҡ, ян эшләргә лә өйрәтә.

Уҡтан атыу спорт төрө булараҡ үҫмерҙең физик үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһай,-ти ойоштороусылар.

Был «Тамыр» телеканалы менән берлектә «Уғатар»ҙың йәйге лагеры ойоштороласаҡ. Балалар ике аҙна дауамында реалити-шоуҙа ҡатнашып, уҡ юнырға, йәйә эшләргә һәм милли кейемдәр тегергә өйрәнәсәк. Тәрбиәүи яҡтан сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Өфөлә «Уғатар» 2-се республика уҡ атыусылар турниры үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество