Донъя яңылыҡтары - 30.03.2018

Донъя яңылыҡтары - 30.03.2018 https://bash.news/news/38072_donya_yaylytary__30032018
30 мар 2018, 21:01

Рәсәйҙең оборона министрлығы «Сармат» тип аталған яңы континент-ара баллистик ракетаны һынаны. Плесецк космодромында төшөрөлгән видеояҙма бөгөн интернетҡа һалынды. 200 тонналыҡ ракета совет осорондағы «Воевода» комплексын алмаштырыр тип көтөлә. Һынауҙың «әүҙем өлөшө» башланыуы тураһында Владимир Путин 1 мартта федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаған ваҡытта белдерҙе.

ХХХ

Кемеров ҡалаһындағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа-күңел асыу үҙәгенең рөхсәтһеҙ төҙөлгән булыуы асыҡланды. Был турала тәфтиш комитеты хәбәр итте. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр Кемеров өлкәһенең дәүләт төҙөлөш күҙәтеү инспекцияһы башлығы Тәнзилә Комкованы ҡулға алған. Ул вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә. Иҫегеҙгә төшөрбеҙ, уҙған йәкшәмбе сауҙа-күңел асыу үҙәгендә сыҡҡан янғында 64 кешенең ғүмере өҙөлдө.

ХХХ

Абхазияла ауыл хужалығына зыян килтереүсе ҡандалалар үрсегән. Әле республикала фитосанитар хәл айырыуса киҫкен тора. Ҡоротҡостарҙың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Рәсәйҙең ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте 2 апрелдән был илдән үҫемлек продукцияларын индереүҙе тыйҙы. "Ҡара исемлек"кә емеш-еләк, йәшелсә һәм сәтләүек индерелгән.

ХХХ

Йылдың тәүге ике айында Төркиә курорттарында Рәсәйҙән 134 мең турист ял иткән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 69 процентҡа күберәк. Туристар һанын артабан да арттырыу маҡсатында төрөктәр яңы йүнәлештәрҙе әүҙем үҙләштерә. Атап әйткәндә, улар яҡын киләсәктә Мәрмәр диңгеҙе төбөндәге боронғо караптарға экскурсиялар ойошторорға йыйына. Был йүнәлеш туроператорҙарға өҫтәмә рәүештә 200 миллион доллар килтерер тип көтөлә.

Авторы: Илдар Байбулатов

Донъя яңылыҡтары - 30.03.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество