«Уй-фекерҙәрҙән - эш итеүгә»

«Уй-фекерҙәрҙән - эш итеүгә» https://bash.news/news/38207_ujfekerrn__esh_iteg
31 мар 2018, 19:47

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Әбйәлил районында мәғлүмәти акция үткәрҙе.

Күләмле сарала республиканың Урал аръяғы төбәктәренән меңдән ашыу юғары синыф уҡыусыһы ҡатнашты. Форум сиктәрендә ойошторолған экспозиция майҙансыҡтарында буласаҡ абитуриенттар төрлө предприятиелар эшмәкәрлеге һәм уҡыу йорттары менән яҡындан танышты. Йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итеп, тормошто дөрөҫ башларға өйрәтеү йәһәтенән дә бындай семинарҙың әһәмиәтле ҙур, ти белгестәр.

Семинарҙың ғәмәли өлөшө лә мәғлүмәти яҡтан бай булды. Бындай профйүнәлеш саралары һуңғы ваҡытта республикала даими ойошторола. Һуңғы тапҡыр «Киләсәкте һайлау» тип аталған форум бер йыл элек Сибай ҡалаһында уҙғайны. Ә октябрҙә «Һөнәр һайлау- киләсәкте һайлау» республика мәғлүмәти акцияны Дыуан районы ҡабул итте.

Авторы: Илдар Байбулатов

«Уй-фекерҙәрҙән - эш итеүгә»

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна