Донъя яңылыҡтары - 02.04.2018

Донъя яңылыҡтары - 02.04.2018 https://bash.news/news/38259_donya_yaylytary__02042018/?lang=bash
02 апр 2018, 21:47

Рәсәйҙә ракетаға ҡаршы оборона системаһында яңы ҡорал уңышлы һынау үтте. Был турала Оборона министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ракета Ҡаҙағстандағы Һары-Шаған полигонынан һауаға күтәрелгән һәм шартлы сәпте билдәләнгән ваҡытта юҡ иткән. Ракетаға ҡаршы оборона системаһы Хәрби йыһан көстәренә ҡарай һәм илде һауа-йыһан һөжүменән һаҡлай.

ХХХ

Ә бына Рәсәй Почтаһының беренсе пилотһыҙ осоу аппараты һынауҙы үтә алманы. Бөгөн иртән Улан-Удэ ҡалаһында бандероль беркетелгән дрон тантаналы осорғандан һуң бер нисә секунд үткәс өй стенаһына бәрелә. Шаһиттар төшөргән видеонан күренеүенсә, осоу аппараты башта бейеклеккә күтәрелә, һуңынан ниндәйҙер сәбәп менән идараһын юғалтып түбәнгә табан атыла. Алдан күҙаллауҙар буйынса, дрондың осоуына яҡын тирәләге йорттарҙа урынлашҡан wi-fi нөктәләре ҡамасаулауы ихтимал. Ҡолаған аппарат тергеҙеүгә яраҡһыҙ, тип табылған. Әйткәндәй, уның хаҡы 1 миллион 200 меңдән ашыу.

ХХХ

Америка Ҡушма Штаттарының Сиэтл ҡалаһындағы Рәсәйҙең генераль консуллығы эшен туҡтатты. Консул-советник Хәлит Айсин хәбәр итеүенсә, быға тиклем Америка властары бинаны 1 апрелгә тиклем бушатырға тигән күрһәтмә яһаған. Беҙ әйтелгән ваҡытҡа барлыҡ мөлкәтебеҙҙе сығарҙыҡ, тине Рәсәй вәкиле. Үткән аҙна башында АҠШ Скрипаль эшенә бәйле 60 Рәсәй дипломатын илдән сығарыуҙары тураһында белдергәйне. Рәсәй ҙә яуап аҙымы эшләне. Аҙна дауамында 60 Америка дипломаты океан арьяғына ҡайтарыласаҡ.

ХХХ

Мариуполь ҡалаһында «Мариуполь» менән «Динамо» клубтары араһындағы уйын барышында футбол көйәрмәндәре менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә 9 полиция хеҙмәткәре йәрәхәтләнгән. Ҡайһы бер сығанаҡтар яҙыуынса, ғауғала журналистар араһында ла зыян күреүселәр бар. Әммә был мәғлүмәт әлегә раҫланмаған. Тәртип боҙоусылар һыу пушкалары ярҙамында тынысландырылған.

Авторы: Таһир Вәхитов

Донъя яңылыҡтары - 02.04.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров