Йәш ғалимдар конкурсҡа саҡырыла

Йәш ғалимдар конкурсҡа саҡырыла https://bash.news/news/38295_jsh_alimdar_konkursa_sayryla
03 апр 2018, 17:40

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарының һәм фәнни учреждениеларҙың йәш ғалимдары араһында иң яҡшы ғилми эшкә конкурс иғлан ителде.

Йәш ғалимдар конкурсҡа саҡырыла
Йәш ғалимдар конкурсҡа саҡырыла

Конкурста аспиранттар, 35 йәшкә тиклемге фән кандидаттары, 40 йәшкә тиклемге докторҙар һәм биш кешенән торған фәнни коллективтар ҡатнаша ала.

Конкурс эштәре 2 апрелдән 11 майға тиклем ҡабул ителә. Ойоштороусыһы – Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.

Ғаризалар биреү тәртибе һәм башҡа мәғлүмәт менән рәсми сайтта таныша алаһығыҙ.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна