Донъя яңылыҡтары - 03.04.2018

Донъя яңылыҡтары - 03.04.2018 https://bash.news/news/38340_donya_yaylytary__03042018
03 апр 2018, 22:35

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Элла Памфилова Кремлдәге осрашыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путинға яңы вәкәләттәр мөҙҙәтенә дәүләт башлығы танытмаһын тапшырҙы. Ул ғәмәлдәге дәүләт башлығын ышаныслы еңеүе менән ҡотланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй халҡы Президенты 18 мартта һайланы. Уның һөҙөмтәләре буйынса Владимир Путин 76 проценттан ашыу тауыш йыйҙы.

ХХХ

Волгоград өлкәһе Кумылженский өлкәһенең ҡайһы бер ауылдары һыу аҫтында ҡалған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 120-нән ашыу кешене хәүефһеҙ урынға эвакуацияланған. Шулай уҡ йорт хайуандары ла ҡоро урынға сығарылған. Әлеге ваҡытта айырыуса ҡурҡыныс уятыусы төбәктәрҙә ҡотҡарыусылар тарафынан тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторолған. Яҡын көндәрҙә ташҡындың башҡа ауылдарға ла барып етеүе көтөлә.

ХХХ

Италияла бейеүсе роботтар Гиннес рекордын яңыртты. Сан-Ремола үткән музыка фестивалендә Ҡытайҙан килтерелгән 1 мең 300-ҙән ашыу замана машинаһы ҡатнашты. Уларҙы урынлаштырып сығыу өсөн хужаларға ун сәғәт самаһы ваҡыт талап ителгән. Һуңынан махсус программа ярҙамында роботтарҙың барыһы ла бер үк хәрәкәттәр яһарға тотонған. Бейегән ваҡытта бер генә ҡоролма ла сафтан сыҡмаған.

ХХХ

Һигеҙ тапҡыр олимпия уйындары чемпионы Уле-Эйнар Бьорндален спорт карьераһын тамамлауы тураһында белдерҙе. 44 йәшлек ветеран Көньяҡ Кореяла үткән һуңғы олимпия уйындарында Норвегия йыйылма командаһы составына эләкмәне. Шуға ла ул Беларусь командаһының тренерҙар штабына алынды. Билдәле булыуынса, был ил өсөн данлыҡлы спортсының ҡатыны Дарья Домрачева сығыш яһай.

Донъя яңылыҡтары - 03.04.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа