Баймаҡ районында «Йыл уҡытыусыһы-2018» һәм «Башҡортостан ынйылары» конкурстарында төбәк данын яҡлаусы пелагогтар тәбрикләнде

Баймаҡ районында «Йыл уҡытыусыһы-2018» һәм «Башҡортостан ынйылары» конкурстарында төбәк данын яҡлаусы пелагогтар тәбрикләнде https://bash.news/news/38349_bajma_rajonynda_jyl_uytyusyy2018_m_bashortostan_ynjylary_
03 апр 2018, 18:44

Быйыл райондан «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә ете уҡытыусы ҡатнашҡан.

Баймаҡ ҡалаһы 3-сө мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лиза Ниғмәтуллина республикала үткән бәйгелә 45 педагог араһынан ин яҡшы 5 уҡытыусы исемлегенә инә. Лиза Урал ҡыҙы бына инде 22 йыл балаларға белем бирә.

Баймаҡ районыныда еңеүселәрҙе,призлы урындарҙы яулаған конкурсанттарҙы тәбрикләү йолаға әйләнде.Каланың 2-се мәктәбендә «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән педагогтарҙы һәм «Башҡортостан ынйылары» конкурсында ҡатнашып 1-се урын яулаған уҡыусыларҙы тәбрикләнеләр. «Башҡортостан ынйылары» конкурсы ике йылға бер үткәрелеп килә, был конкурста 2-се мәктәп уҡыусылары бына инде нисәнсе йыл рәттән беренселекте бирмәй.Раевка ҡасабаһында үткән конкурста ҡурайсы ҡыҙҙар һәм егеттәр моң эйәһе-ҡурайсы Кәрим Дияровтың тормош юлын һәм ҡурай легендаһын күрһәттеләр.

Башҡорт теленең бәҫен күтәреү,яңынан-яңы педагогтарҙы асыклау маҡсатында уткәрелгән конкурс телебеҙҙе артабан өйрәтеү өсөн ҙур мөмкинселектәр аса .Ә бәйгелә ҡатнашыусыларға яңынынан-яңы үрҙәр генә теләргә ҡала.

Авторы: Лилиә Әхмәтҡужина

Баймаҡ районында «Йыл уҡытыусыһы-2018» һәм «Башҡортостан ынйылары» конкурстарында төбәк данын яҡлаусы пелагогтар тәбрикләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна