Донъя яңылыҡтары – 05.04.2018

Донъя яңылыҡтары – 05.04.2018 https://bash.news/news/38475_donya_yaylytary__05042018/?lang=bash
05 апр 2018, 23:13

Донъяла ниндәй яңылыҡтар бар? Был һорауға БСТ каналының Яңылыҡтар хеҙмәте яуап бирә.

Владимир Путин эскән килеш руль артына ултырған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу шарттарын һәм водителдең ҡанында алкоголдең эквивалент күрһәткестәрен билдәләне. Уға ярашлы, бынан ары водитель ҡанында 0,3 грамм абсолют этил спирты иң ҙур рөхсәт ителгән алкоголь нормаһы буласаҡ. Әлеге ваҡытта үпкәнән сыҡҡан һауала этил спирты литрға 0,16 миллиграмдан артҡанда йәки наркотик йәки психотроп матдәләр менән ҡулланыу осрағында кешенең иҫереүе билдәләнә.

Һиндостандың оборона министрлығы С-400 "Триумф" комплекстарын һатып алырға йыйына. Юғары технологиялы биш ҡорал өсөн улар Рәсәйгә 6 миллиард доллар түләргә әҙер. Алдынғы зенит ракета системаһы заманса һауа-йыһан һөжүмен кире ҡағыу өсөн тәғәйенләнгән. Бындай яңылыҡ шунда уҡ Америка ҡушма штаттарында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйылған осраҡта "Аҡ йорт" Көньяҡ Азиялағы дәүләткә ҡарата санкцияларҙы тағы ла киңәйтәсәген белдергән.

Рәсәй властары Беларусь һөтөнән тулыһынса баш тартырға булды. "Россельхознадзор" тарафынан ҡабул ителгән сикләүҙәр менән бер рәттән, ауыл хужалығы министры Александр Ткачев сит ил етештереүселәренә яңы баҙарҙар эҙләргә кәңәш итте.

Былтыр күрше дәүләт предприятиелары Рәсәйгә 950 мең тонна һөт продукцияһы оҙатҡан. Был барлыҡ импорт күләменең 86 проценты тигәне һүҙ.

Японияның көньяҡ-көнбайышында Симмоэ вулканы урғыла башлаған. Тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә 5 мең метр бейеклектә көл бағанаһы барлыҡҡа килгән. Урындағы властар янартауҙың көндән-көн киңәйә барыуына борсолоу белдерә. Әлегә ваҡытта ҡайһы бер аэропорттарҙа байтаҡ рейстарҙың тотҡарланыуы күҙәтелә. Хәлдең артабан да ҡатмарлашыуын иҫәпкә алып ҡотҡарыусылар халыҡты эвакуацияларға әҙерләнә.

Автор: Илдар Байбулатов.

Донъя яңылыҡтары – 05.04.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста