Өфөнөң 153-сө лицейында белем алыусы Михаил Щербаков күреү һәләте насар булған уҡыусыларға Менделеев таблицаһының интерактив стендын уйлап сығарған

Өфөнөң 153-сө лицейында белем алыусы Михаил Щербаков күреү һәләте насар булған уҡыусыларға Менделеев таблицаһының интерактив стендын уйлап сығарған https://bash.news/news/38502_fn_153s_licejynda_belem_alyusy_mixail_shherbakov_kre_lte_
05 апр 2018, 22:05

Егеттең проектына таянып төҙөлгән ҡоролма менән хәҙер 28-се махсус мәктәп-интернатта химия дәресендә ҡулланалар.

Менделеев таблицаһындағы һәр химик элементтың төймәһе бар. Һорауға яуап биргәндә, интерактив стендта дөрөҫ варианттарҙы һайлап шунда уҡ билдәләргә мөмкин.

Өфөләге 28-се махсус мәктәп-интернатында был ҡоролма менән яңы ғына файҙалана башлағандар. Күреү һәләте насар булған уҡыусыларға ҡулайлаштырып эшләнгән ул. Киләсәктә табип булырға хыялланған Юлиә Минишева әйтеүенсә, хәҙер белем усағында химияны төплө өйрәнеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар.

Быға тиклем дә уҡыусылар химик элементтарҙың периодик системаһын Брайль шрифтын ҡулланып яҙылған уҡыу ҡулланмаһы ярҙамында өйрәнә. Әммә үлсәме буйынса бәләкәй булғанға күрә, унда Менделеев таблицаһындағы барлыҡ мәғлүмәт тә тупланмаған.

Интерактив стенд ике режимда эшләй. Контроль һорауҙар биреүҙән тыш, ул химик элементтарҙың һәр ҡайһыһы тураһында тулы мәғлүмәт тә бирә. Йәғни уҡытыусы ролендә лә сығыш яһай. Химия дәресендә хәҙер барыһы ла ошо ысул ярҙамында белемен тикшереп ҡарарға ынтыла.

Менделеев таблицаһының интерактив стендын 9-сы синыф уҡыусыһы уйлап сығара. Яҡташыбыҙ, Өфөнөң 153-сө лицейы уҡыусыһы Михаил Щербаков был проект өҫтөндә ярты йыл элек эшләй башлай һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә маҡсатына ирешә. Күреү һәләте насар булған тиҫтерҙәре лә хәҙер бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ химик элементтарҙың периодик системаһын өйрәнә ала.

Михаил Щербаков, проект авторы, Өфөнөң 153-сө лицейы уҡыусыһы: «Мин роботехника менән күптән ҡыҙыҡһынам. Был өлкәлә ҙур белем багажы туплағандан һуң социаль проект эшләү идеяһы барлыҡҡа килде. Уны тормошҡа ашырыуҙа бағыусылар ярҙам итте. Интерактив стендтың һыҙымы бар, артабан сәнәғәт масштабына ла сығарырға була».

Проект «Сколково» инновация үҙәгендә ойошторолған Халыҡ-ара фәнни-техник конкурста ла юғары баһалана. Егет 1-се дәрәжә диплом менән бүләкләнә.

Интерактив таҡтаның үҙ хаҡы яҡынса 20 мең һум тәшкил итә. Киләсәктә был уҡыу ҡулланмаһы менән башҡа мәктәптәрҙә киң ҡуллана башларҙар тип ышанғы килә. Әлеге мәлдә Михаил Щербаков үҙенең проектына патент алырға йыйына, шулай уҡ ҡабатлау таблицаһын да ошо форматта эшләргә ниәтләй. Күреү һәләте насар булған мәктәп уҡыусыларына математика дәресе тағы ла мауыҡтырғыс буласаҡ.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Өфөнөң 153-сө лицейында белем алыусы Михаил Щербаков күреү һәләте насар булған уҡыусыларға Менделеев таблицаһының интерактив стендын уйлап сығарған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна