Донъя яңылыҡтары – 06.04.2018

Донъя яңылыҡтары – 06.04.2018 https://bash.news/news/38567_donya_yaylytary__06042018
06 апр 2018, 22:59

Рәсәй һәм донъя ваҡиғаларына көндәлек байҡау.

Рәсәй сиген террорсылар, законһыҙ мигранттар һәм наркотрафиктан һаҡлау төп бурыстарҙың береһе булырға тейеш. Был турала бөгөн Президент Владимир Путин именлек советы ултырышында белдерҙе. Дәүләт башлығы фекеренсә сик буйындағы хәүеф сығанаҡтарын юҡ итеүгә комплекслы ҡараш булдырыу мөһим. Ил биләмәһенә террорсылар, төрлө экстремистар, енәйәтселәр һәм наркотиктар үткәреүгә, мәҙәни мираҫ һәм сеймал контрабандаһына ҡаршы ныҡлы кәртә ҡуйырға кәрәк.

Рәсәйгә ниһайәт яҙ килә. Һәр хәлдә был турала бөгөн Санкт-Петербург зоопаркында тәрбиәләнеүсе өс һыуырға ҡарап әйтеп була. Көҙ һайын кимереүсе йәнлектәр оҙайлы ҡышҡы йоҡоға тала. Әммә көндәр йылытыуҙы тойоу менән улар уяна. Бөгөн иртән Ижорик, Отрада һәм Августина ҡушаматлы һыуырҙар өңдәренән сыҡты. Тимәк, көндәр йылыта башлаясаҡ тип фаразлай Санкт-петербург зоопаркы хеҙмәткәрҙәре

Ҡушма штаттар Рәсәйгә ҡаршы санкцияларын йәнә киңәйтте. Американың финанс министрлығы иғлан иткән сикләүҙәр исемлегенә 38 бизнесмен һәм 15 компания индерелде. Улар араһында Алексей Миллер, Олег Дерипаска, Адрей Костин һәм Виктор Вексельберг кеүек билдәле эшҡыуарҙар ҙа бар. Сикләүҙәр исемлегенә инеүселәрҙең Ҡушма штаттарҙағы активтары туҡтатыла, мөлкәтенә, шулай уҡ юридик һәм физик шәхестәрҙең банк иҫәбенә арест һалына, илгә инеү тыйыла.

Сеул ҡалаһының үҙәк округы суды бөгөн Көньяҡ Кореяның экс-президенты Пак Кын Хе-ға ҡарата хөкөм ҡарарын иғлан итте. Элекке дәүләт башлығы 24 йылға иркенән мәхрүм ителде. Бынан тыш ул ҡаҙнаға 17 миллион долларға яҡын штраф түләйәсәк. Илдең экс-президенты коррупцияла ғәйепләнде.

Латвиянан Рәсәйгә үтергә теләгән айыу сик буйындағы кәртәне йыҡҡан. Был турала Латвия дәүләт сиген һаҡлау хеҙмәтенән һылтанып үҙәк мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итә. Нығытмаларға килгән зыян хаҡында көндәлек патруль хәбәр итә. Улар ҡайһы бер бағаналарҙың йығылыуын асыҡлай һәм улар янында тайыш табандың эҙенә юлыға. Айыу видеокүҙәтеү ҡоролмаһына ла эләгә. Хеҙмәткәрҙәр фаарзлауынса сик буйындағы кәртә йыртҡысҡа дәүләт сиге аша ирекле хәрәкәт итергә ҡамасаулауы ихтимал.

Донъя яңылыҡтары – 06.04.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна