Финанс грамоталыҡ аҙналығы

Финанс грамоталыҡ аҙналығы https://bash.news/news/38689_finans_gramotaly_analyy
09 апр 2018, 20:42

Республикала балалар һәм үҫмерҙәрҙең Бөтә Рәсәй финанс грамоталыҡ аҙналығы башланды. Дүртенсе тапҡыр ойошторолған сара йәмәғәтселектең финанс белемен арттырыуҙы күҙ уңында тота. Сөнки халыҡтың матди тотороҡлоғона тотош илдең иҡтисади ныҡлығы ла бәйле.

Финанс грамоталыҡты арттыруға арналған саралар республиканың төрлө учреждениеларында бара. Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетта үткән фестивалдә БСТ каналы хәбәрсеһе лә ҡатнашты.

Эмиссия, депорт, авизо. Ҡолаҡҡа ят был терминдарҙы күптәрҙең ишеткәне лә юҡ, ишетһәң дә, аңларлыҡ түгел. Ә финанс система өсөн улар бик мөһим, белгестәр иһә был төшөнсәләрҙең мәғәнәһен биш бармағы һымаҡ белә. Баҡтиһәң , әлеге уҡыусылар ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. Әлбиттә, ҡайһы бер ҡатмарлы терминдарҙы аңлатыуы ауыр, ә бына интернет һатып алыуҙар, аҡса әйләнеше, терминал эшмәкәрлеге буйынса үҫмерҙәр яҡшы хәбәрҙар. Һигеҙ район командаһы ла һынауҙың бар этаптарын уңышлы үтеп сыҡты.

“Миңә был конкурс ныҡ оҡшаны, күп яңы материал үҙләштерҙем. Ике һорауға ғына яуап белмәнем: нимә ул овердрафт һәм ҡайһы илдә тәүге займ башҡарылған? Бәйгегә оҙаҡ әҙерләндек һәм, ниһайәт, 3-сө урын алдыҡ”.

Ридан Сафин, уйында ҡатнашыусы

Интеллектуаль уйында өлкән синыф уҡыусылары ҡатнаша, улар араһында киләсәген финанс өлкә менән бәйләргә теләүселәр күп түгел. Әммә барыһы ла бөгөнгө заманда аҡса менән эш итә белеү мөһим тип иҫәпләй. Сөнки матди тотороҡлоҡ күпме килем алыуҙа ғына түгел, ә табышыңды һөҙөмтәле итеп ҡуллана белеүҙә лә. Аҡсаны бала саҡтан уйлап, һаҡсыл тотоноу мөһим, ти улар. Жюри ағзалары ла уҡыусыларҙың финанс белеме артыуын иҫбатлай, йәштәр күп уҡый, күп белә, уйын мәлендә үҙ хаҡлығын иҫбатлап бәхәскә инеүселәр ҙә бар.

Викторина һорауҙары ла, башҡа этаптарҙы мәсьәләләр ҙә еңел, ябай тип әйтмәҫ инем. Әммә күрәһегеҙ бер генә буш ҡағыҙ ҙа юҡ. 3 баллыҡ система менән иҫәпләйбеҙ, бер тапҡыр ҙа ноль ҡуйырға тура килмәне. Был үҙе үк уҡыусыларҙың ныҡлы әҙерлеген, юғары кимәлен иҫбатлай.

Юлиә Рәхмәтуллина, жюри ағзаһы, иҡтисад фәндәре кандидаты

Фестиваль сиктәрендә уҡыусылар финанс план төҙөй, теге йәки был хыялын тормошҡа ашырыу юлдарын күрһәтә ала. Шулай уҡ үҙеңде эшҡыуар йәки инвестор роленә ҡуйып ҡарарға ла мөмкин. Башҡортостандың финанс министры Рида Собханҡолова фекеренсә, халыҡтың иҡтисади белеменә тотош илдең тотороҡлоғо бәйле. Рәсәйҙә финанс грамоталыҡ стратегияһы ла булдырылған.

Уҡыусыларҙың финанс белемен арттырыу бик мөһим. Улар киләсәк хужалары. Әлбиттә, ата-әсәләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Кешеләр аҡсаһын дөрөҫ тотона, матди хәлен нығыта икән был төбәк, ил иҡтисады өсөн дә мөһим. Шуны ла әйтер инем, йылдан-йыл халыҡ финанс йәһәттән аңлыраҡ, белемлерәк була бара.

Рида Собханҡолова, Башҡортостандың финанс министры

Боронғолар аҡса иҫәп ярата тигән, бөгөн иһә финанс белем үҙеңде мутлашыуҙарҙан һаҡлау өсөн дә кәрәк. Шуға финанс грамоталыҡ аҙналығы сиктәрендә балалар, үҫмерҙәр өсөн генә түгел, ата-әсәләр өсөн дә төрлө саралар ойошторола. Үҙ белемеңде тикшереп ҡарарға, яңылыҡтар менән танышырға, эшлекле уйындарҙа ҡатнашырға мөмкин.

Әлеге заманда финанс белемле булыу бик мөһим. Һүҙ һөнәр һайлау хаҡында бармай, тәү нигеҙҙәрҙе, төп ҡағиҙәләрҙе үҙләштереү мотлаҡ. Сөнки бөгөн мутлашыуҙар аҙым һайын һағалап ҡына тора. Интернет селтәрендә лә, телефон аша ла, кибеттәрҙә лә, күсемһеҙ милек йәки кредит алғанда ла алданырға мөмкин. Финанс грамоталыҡты арттырыу саралары йәмәғәтселекте хаталы аҙымдар яһауҙан ҡурсалау маҡсатын ҡуя ла инде.

Автор: Рәмзиә Кәримова

Финанс грамоталыҡ аҙналығы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа