Бейектән юғары хаҡ

Бейектән юғары хаҡ https://bash.news/news/38709_bejektn_yuary_xa

Өфө районының Чесноковка ауылында йәшәүселәр юғары хаҡ күрһәтелгән квитанциялар килеүенә зарлана. Урындағы халыҡ электр энергияһы өсөн бер айҙа 30, икенсеһендә - 80 мең түләргә мәжбүр. Быны улар ике йыл элек бағаналарға урынлаштырылған иҫәпләү ҡоролмаларынан күрә. Буй етмәҫлек бейеклеккә ҡуйылған прибор күрһәткестәрен кем контролдә тота

БСТ каналы хәбәрсеһе Фәниә Юланова был хәлде үҙе асыҡлап ҡараны.

Ләлә ханым, ғәҙәттәгесә, өйҙәге иҫәпләү ҡоролмаһы күрһәткестәрен ҡарай. Ҡағыҙға яҙып та ала. Тик бына һөҙөмтәһе генә юҡ. Бынан ары электр энергияһы сығымдарын урамдағы бағаналарға ҡуйылған прибор буйынса иҫәпләргә кәрәк. Айҙыҡын айға түләп барған ғаилә һуңғы арала квитанциялағы хаҡтар менән бөтөнләй риза түгел.

“Перерасчет эшләрбеҙ тинеләр, әммә бер нәмә лә эшләмәнеләр. Йә 3 мең, йә 4 мең килә. Беҙ ул хәтлем ут яндырмайбыҙ. Йәй буйы өйҙә лә торманыҡ”.

Ләлә Ғиззәтуллина, Чесноковка ауылында йәшәүсе

Ай һайын уртаса хаҡты түләп барһалар ҙа, Ғиззәтуллиндар иҫәпләү ҡоролмаһы күрһәткестәрен күҙ уңынан ысҡындырмай, тикшереп торорға тырыша. Бының өсөн ғаилә баҫҡыс һатып алған. Әммә хаҡлы ялдағыларға бағанаға менеп төшөү ҙә еңел бирелмәй.

“Айына бер мәртәбә түләгәс бер тапҡыр менеп төшәбеҙ. Йә йәштәрҙең, йә күршеләрҙең менеп төшөүен һорайбыҙ. Элек квитанцияла 800-1000 һум килә торғайны, хәҙер йә 10 мең, йә 8 мең килә. Бөтөнләй дөрөҫ түгел”.

Усман Ғиззәтуллин, Чесноковка ауылында йәшәүсе

Квитанциялағы күрһәткестәр йәй, ҡыш буйы йорттарын ҡалдырып тороусыларға ла юғары килгән. Берәүҙәрҙән айына ун, икенселәрҙән икеләтә хаҡ түләү талап ителә. Урындағы халыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итә.

Торлаҡ хужалары әйтеүенсә, юғары хаҡ күрһәтелгән квитанциялар ике йыл элек килә башлаған. Ун, утыҙ, һикһән мең. Ҡайһы бер ғаиләләр бурысҡа батмаҫ өсөн хатта, кредит алырға мәжбүр булған.

Башҡортостан энергия һатыу компанияһында был һорауға, торлаҡ хужалары күрһәткестәрҙе ваҡытында таратмаған, йә яңылыш биргән, шуға ла квитанцияла ҡайһы саҡта юғары күрһәтелгән, тип яуапланылар. Белгестәр һәр осраҡты шәхсән ҡарай. Ә яңы иҫәпләү ҡоролмаларына килгәндә, улар күрһәткестәрҙе автоматик рәүештә күсереп бара. Әгәр ҙә торлаҡ хужалары приборҙағы һандарҙы күҙәтеп барырға теләһә, бер ҡыйынлыҡһыҙ уны үҙенә уңайлы урынға ҡуйҙырта ала.

“Күрһәткестәр автоматик рәүештә күсерелеп барһа ла, һәр бер ҡоролма эшмәкәрлеген тикшереп тороуҙың мәшәҡәте юҡ.. Әгәр ҙә торлаҡ хужалары йорттарында күпмелер ваҡыт йәшәмәй икән, был осраҡта компанияға алдан иҫкәртеү кәрәк. Сөнки иҫәпләү ҡоролмалары норматив буйынса эшләй”.

Анна Зиннәтова, Башҡортостан энергия һатыу компанияһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш төркөмө етәксеһе

Аңлашылмаусанлыҡ килеп тыумаһын өсөн белгестәр компанияның махсус сайтына теркәлергә саҡыра. Унда һәр бер торлаҡ хужаһының шәхси кабинеты асыла, социаль селтәрҙән теүәл күрһәткестәрҙе, барлыҡ үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барырға мөмкин.

Автор: Фәниә Юланова.

Бейектән юғары хаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество