Зәйнәб Биишеваның исемен мәңгеләштереү

Зәйнәб Биишеваның исемен мәңгеләштереү https://bash.news/news/38770_zjnb_biishevany_isemen_mgelshtere
10 апр 2018, 20:12

Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев ис. Дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәре халҡыбыҙҙың хәтерендә мәңгегә уйылып ҡалды. Әммә был әҙәби мираҫ тулы рәүештә баһаланып, өйрәнелеп бөткәнме? Юҡтыр, сөнки һәр кеше өсөн, тормош тәжрибәһенә ҡарап, теге йәки был әҫәргә ҡарата яңынан-яңы фекер, ҡараш тыуа.

Зәйнәб Биишеваның исемен мәңгеләштереү
Зәйнәб Биишеваның исемен мәңгеләштереү

Быйыл Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл. Оло юбилей датаһын, әлбиттә, иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай. Нәҡ шуның өсөн Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында “Күренекле яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың һәм тарихи шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү һәм күп мәҙәниәтле мөхит булдырыу мәсьәләләре” исемле конференция уҙғарыла.

Бында бөтөн Башҡортостандан йыйылған күренекле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм З. Биишева ис. әҙәби премия лауреаттарының сығыштары көтөлә. Сара халыҡ яҙыусыһына арналған музейға экскурсия менән тамамлана.

Үткәрелеү ваҡыты: 11 апрель, иртәнге 10:00 сәғәт. Рәхим итегеҙ.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество