Сикләнгән мөмкинлектәр

Сикләнгән мөмкинлектәр https://bash.news/news/38778_siklngn_mmkinlektr
10 апр 2018, 21:19

Өфөлә йәшәүсе өс бала әсәһе Эльмира Хәсәнова 11 йәшлек ҡыҙына инвалидлыҡ юллағанда ҡаршылыҡтарға осрай. Уның ҡыҙында ауыр диагноз, ул туҡтауһыҙ йүтәлләй. Билдәһеҙ этиологиялы контролгә алынмай торған бронхиаль астма ҡиммәтле дауалау алымдары һәм түҙемлек талап итә.

11 йәшлек Әминә Хәсәнованың тормошо сирләгәнсе һәм ауырығас тигән ике осорҙан тора. Ауырыуҙың тәүге билдәләре 3 йәшендә асыҡлана. Тәүге өйәнәктән һуң әсәһе шунда уҡ ҡыҙын табиптарға күрһәтә. Бала шул мәлдән гармональ препараттар ярҙамында дауалана. Дарыуҙар бик ҡиммәт. Инвалидлыҡ статусы булған ваҡытта ла өҫтәмә рәүештә препараттар һатып алырға тура килгән. Апрель башында инвалидлыҡ бирелгәс тә, өс бала тәрбиәләүсе ғаиләгә өлкән ҡыҙҙарына дарыуҙар һатып алыуға айына 30 мең һумдан ашыу аҡса китәсәк. Тейешле документтар туплауҙан тыш, бер кабинеттан икенсеһенә йөрөүҙәр, кәмһетеп ҡарауҙар - былар барыһы ла ҡыҙҙың һаулығына насар тәьҫир иткән.

“Беҙгә инвалидлыҡ бирмәйбеҙ, һин былай ҙа арыу аҡса эшләйһең, тинеләр. Барыһы ла аҡсаға барып бәйләнә: аҡса бирмәйһең – инвалидлыҡ юҡ”.

Эльмира Хәсәнова, Әминә Хәсәнованың әсәһе

Әминә күп осраҡта йорт шарттарында белем ала. Ауырыу киҫкенләшкәндә көнөнә ике тапҡыр ашығыс ярҙам хеҙмәте саҡырырға тура килә. Бындай режимда йәшәү һәм белем алыу еңелдән булмаһа ла, ҡыҙ бик һәләтле һәм яҡшы уҡыусылар исемлегендә. Әммә ҡаты сир физик әүҙемлеген сикләй.

Әминә Хәсәнова: “Беренсенән, минең спорт менән шөғөлләнеү теләгем көслө, бейегем дә килә. Әммә астма сире арҡаһында миңә физик күнекмәләр сикләнгән. Ашауҙа ла сикләүҙәр бар. Тәмле-татлы ризыҡтың бөтәһен дә ашарға ярамай”.

“Март айында инвалидлыҡ юллау өсөн документтар тултырҙым. Баланың хәле төп диагнозы буйынса үтә лә ауыр. Ул аллергологҡа ла күренәсәк. Диагнозды билдәләгәндә аллергология анализдары һөҙөмтәһе лә иҫәпкә алынасаҡ”.

Алина Зәйнуллина, участка педиатры

Башҡортостан буйынса медик-социаль экспертизаның баш бюроһында беҙ Эльмира Хәсәнованың балаһына инвалидлыҡ юллау сәхифәһен беренсе бюрола һораштыҡ. Баҡтиһәң, Эльмира Хәсәнованың инвалидлыҡ юллау мәсьәләһенә бында аңлатма бирмәйҙәр. Бының өсөн әсәнең яҙма ғаризаһы кәрәк булып сыҡты.

“Экспертиза ғәмәлдәге закон нигеҙендә үткәрелә, ул хаҡта хөкүмәттең махсус ҡарары бар. Шәхесте инвалид итеп таныу ошо ҡағиҙәләрҙән сығып билдәләнә”.

Елена Сафронова, Башҡортостан буйынса медик-социаль экспертизаның баш эксперт етәксеһе

Алһыу билетҡа эйә булыу өсөн инвалид балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә тиҫтәләгән кәртә аша үтергә тура килә. Әминә Хәсәнованың әсәһе лә сигенергә теләмәй. Ҡыҙының хоҡуҡтарын һаҡлар һәм яҡлар өсөн бар көсөн һаласаҡ. Иллешәр мең һум аҡсаға һатып алыусылар, инвалидлыҡ юллауҙа ҡаршылыҡ юҡ тип, башҡа тарафтарға күсеп китеүселәр ҙә етәрлек бит. Ил Президенты Владимир Путин да үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға инвалидлыҡ биреүҙе тиҙләтергә саҡырҙы. Медицина эксперттары һатыулашыуҙан туҡтап, ауырыуҙарға йөҙ менән боролормо? Мәсьәлә әлегә асыҡ ҡала.

Автор: Гүзәл Борханова.

Сикләнгән мөмкинлектәр

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа