Донъя яңылыҡтары – 10.04.18

Донъя яңылыҡтары – 10.04.18 https://bash.news/news/38792_donya_yaylytary__100418
10 апр 2018, 23:27

Рәсәйҙә һәм донъяла ниндәй яңылыҡтар бар?

Рәсәй Президенты Владимир Путин фән өлкәһен финанслауҙы бер ярым тапҡырға арттырырға ҡушты. Был турала ул бөгөн фәндәр академияһы президиумы ултырышында белдерҙе. Дәрләндереү сараларының күләме ғалимдарҙың йәшәгән йәки эшләгән урындарына ҡарап түгел, ә уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле булырға тейеш, тине дәүләт башлығы.

Рәсәй үҙәк банкы иртәгелеккә долларҙың рәсми курсын 62 һум 37 тин кимәлендә билдәләне. Был алдағы күрһәткестән 3 һум 79 тингә күберәк. Шулай уҡ Евроның рәсми курсы ла 4 һум 92 тингә тиклем күтәрелде. Һумдың көсһөҙләнеүен белгестәр Америка властарының апрель башында ҡайһы бер Рәсәй эшҡыуарҙарына һәм компанияларына ҡарата ҡабул иткән санкция һөҙөмтәләре менән аңлата.

Кузбасстың элекке губернаторы Аман Тулеев бөгөн Кемеров өлкәһе парламенты рәйесе итеп һайланды. Төбәкте 1997 йылдан алып етәкләгән чиновник Рәсәй президентына "Ҡышҡы сейә" сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғындан һуң вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу үтенесе менән мөрәжәғәт иткәйне. Төбәк башлығы вазифаларын ваҡытлыса башҡарыу бурысы вице-губернатор Сергей Цивилевҡа йөкмәтелде.

Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте Ҡырымдың Белогорск районында Африка тағунының яңынан барлыҡҡа килеү осрағын теркәгән. Ҡурҡыныс сир ҡабан сусҡаларының ҡалдыҡтарында табылған. Әлеге ваҡытта ветеринарҙар вирустың таралыуына ҡаршы көрәш башлаған. Шулай уҡ лаборатор тикшереү һөҙөмтәләре Африка тағунының Һарытау өлкәһендә лә табылыуын күрһәткән. Әйткәндәй, Рәсәй бөгөндән Беларусь республикаһында етештерелгән сусҡа продукцияларына ваҡытлыса сикләү индерҙе.

Мысырҙан 24 йәшлек көйәрмән Мөхәмәт Нуфал Рәсәйҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатына велосипедта килергә сыҡҡан. Мәскәүгә тиклем юлды ул 65 көн эсендә үтергә ниәтләй. Билдәле булыуынса, Рәсәй менән Мысыр йыйылма командалары "А" төркөмөндә сығыш яһаясаҡ. Яҡтар бер-береһе менән 19 июндә Санкт-Петербургта осраша.

Автор: Илдар Байбулатов.

Донъя яңылыҡтары – 10.04.18

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд