Донъя яңылыҡтары – 12.04.2018

Донъя яңылыҡтары – 12.04.2018 https://bash.news/news/38951_donya_yaylytary__12042018
12 апр 2018, 23:19

Рәсәй һәм донъя ваҡиғаларына көндәлек байҡау.

Ике йыл ярым ваҡыт үткәндән һуң Рәсәй менән Мысыр араһында авиабәләнеш тергеҙелде. Бөгөн Мәскәүҙән һауа күтәрелгән Airbus A320 Ҡаһирә аэропортына ултырҙы. Даими рейстарҙы башҡарасаҡ "Аэрофлот" компанияһы тәүге 120 пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе. Хәүефһеҙлек талаптарын үтәү маҡсатында Ҡаһирә аэропортындағы теминал Рәсәй самолеттары өсөн махсус рәүештә йыһазландырылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылдың октябрендә Синай ярымутрауы өҫтөндә "Ҡағалымавиа" авиакомпанияһы самолеты һәләкәткә тарыны. Был фажиғә ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүенә килтерҙе.

Илһам Әлиев тағы ла бер мөҙҙәткә Әзербайджан президенты итеп һайланды. Ғәмәлдәге дәүләт башлығы өсөн халыҡтың 86 проценттан ашыуы үҙ тауышын биргән. Быйыл илдең иң юғары вазифаһына һигеҙ кандидат дәғүә иткән. Еңеү яулаған Илһам Әлиев илде 2003 йылдың октябренән етәкләй. Урындағы конституцияға ярашлы, уның вәкәләттәре тағы ла ете йылға оҙайтыласаҡ. Бөгөн

Әзербайджан президентын уңыш ҡаҙаныуы менән Владимир Путин тәбрикләне.

Ялта ҡалаһы ләлә сәскәләре парадына әҙерләнә. Быйыл урындағы ботаника баҡсаһы халыҡты төрлө төҫтәрҙәге 80 меңдән ашыу гөлләмә менән ҡыуандырырға ниәтләй. Был алдағы йылдар менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Изге йола буйынса, был байрам туристарҙың йәйге миҙгеленә старт бирә. Фестивалдән һуң сәскәләр Ҡырымдың башҡа төбәктәренә таратыласаҡ. Парадты ойоштороусылар фекеренсә, ләләләр бик күп парктарға матурлыҡ өләшергә етәсәк.

Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы баш тренеры итеп Илья Воробьев тәғәйенләнде. Был турала бөгөн илдең хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк белдерҙе. Әлегә тиклем команданы етәкләгән Олег Знароктың биләгән вазифаһынан буштылыуының сәбәбен бер кем дә аныҡ ҡына аңлата алмай. Уның етәкселегендә Рәсәй хоккейсылары олимпия уйындары чемпионы булды. Шулай уҡ донъя чемпионаттарында алтын, көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы.

Автор: Илдар Байбулатов.

Донъя яңылыҡтары – 12.04.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд