Робот ярҙамында операция

Робот ярҙамында операция https://bash.news/news/38954_robot_yaramynda_operaciya
12 апр 2018, 23:33

Өфөлә бөгөн Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш торакаль хирургы Петр Яблонский оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Операциялар робот хирургияһы үҙәгендә үтте. Өс пациенттың үпкәһендәге яман шешкә Да винчи системаһы менән операция яһалды.

Әлфиә Сөләймәнова үпкәһе шешеп ауырыған. Хәҙер тын ҡыҫылыу, хәл бөтөү кеүек ауырлыҡтар артта ҡалған. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары уға әмәлиәтте иң камил ысул - робот ярҙамында эшләгән. Хирургиялағы яңыса алым пациентҡа тиҙерәк төҙәлергә булышлыҡ итә.

(ц:) – Робот менән эшләйбеҙ тип алдан әйтмәнеләр. Алып китеп барғанда ғына хәбәр иттеләр. Ике көн дә ятманым, икенсе көндө үк торҙом, - ти Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы пациенты Әлфиә Сөләймәнова.

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Робот техникаһы үҙәге асылғандан бирле Да винчи системаһы ярҙамында урология, гинекология, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы һәм башҡа йүнәлештәр буйынса алтмышҡа яҡын операция яһалған. Бөгөн робот менән эшләүҙә оҫталыҡ дәресен Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш торакаль хирургы Петр Яблонский үткәрә. Яңы ҡорамал ярҙамында улар пациенттарҙың үпкәһендәге яман шеште алып ташлай.

“Да винчи аппараты хирургтарға ҙуң уңайлыҡтар тыуҙыра. Уның системаһы ауырыуҙы бер ҡабырғаһынан икенсеһенә әйләндереп һалмай ғына операция яһарға булышлыҡ итә. Беҙ туберкулез менән сирләүселәргә лә тап ошо алым менән операция эшләйбеҙ”.

Петр Яблонский, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш торакаль хирургы, медицина фәндәре докторы, профессор

Робот ярҙамында әмәлиәттәр Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Краснодарҙа эшләнә. Ә Волга буйы федераль округында Башҡортостанда ғына. Өфөлә робот хирургияһы үҙәге февралдә асылды. Был төр операциялар медицинала иң заманса ысул һанала.

“Республикала беренсе тапҡыр шундай үҙенсәлекле операция эшләйбеҙ. Операцияның үҙенсәлеге шунда: бәләкәй генә ерҙән ҙур ҡоралламалар менән эш итергә мөмкин. Бындай операциянан һуң пациенттар тиҙ арала йүнәлеп ҡайта ала”.

Башҡорт дәүләт медицина институты клиникаһы хирургы Таяр Уйылданов

Илдең баш торакаль хирургы табиптар һәм студенттар өсөн лекция ла уҡыны. Тәжрибәле табиптың баш ҡалаға килеүе тәүгә түгел. Быға тиклем ул Өфөлә пациенттың күкрәк ҡыуышлығындағы тайпылышты бөтөрөү буйынса операция яһауҙа ҡатнашты. Медицина көндән-көн үҫешә һәм тап бергә яһаған әмәлиәттәр хирургтарға яңы алымдарҙы уңышлы ҡулланырға, өйрәнергә мөмкинлек бирә.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Робот ярҙамында операция

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа