Донъя яңылыҡтары – 13.04.2018

Донъя яңылыҡтары – 13.04.2018 https://bash.news/news/39039_donya_yaylytary__13042018
13 апр 2018, 23:05

Рәсәй һәм донъя ваҡиғаларына көндәлек байҡау.

Президент Владимир Путин яңы хөкүмәт составы буйынса ҡарар ҡабул итмәне. Был турала дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдерҙе. Журналистың һорауы киләһе министрҙар кабинетында Сергей Лавров урынын һаҡлап ҡалырмы тип яңғырағайны. Әле президенттың был йүнәлештә бер генә ҡарары ла юҡ, хөкүмәт раҫланғас та һеҙгә хәбәр итербеҙ тип яуапланы Дмитрий Песков. Яңы мөҙҙәткә Президент итеп һайланған Владимир Путиндың инаугурацияһы 7 майға тәғәйенләнгән. Конституцияға ярашлы, шул уҡ көндө хөкүмәт отставкаға китергә тейеш.

Рәсәйҙә Телеграмм месседжерының эшмәкәрлеге туҡтатыла. Роскомнадзорҙың дәғүәһе буйынса мәскәүҙең Таганка суды бөгөн ошо ҡарарҙы раҫланы. Ул үҙ көсөнә иғлан ителгән мәлдән алып инә.

Рәсәй менән Ҡытай араһында сауҙа әйләнеше һуңғы өс айҙа 29 процент самаһы үҫеш күрһәткә. Теүәл һандар менән әйткәндә, был 23 миллиард доллар самаһы. Атап үтелгән осорҙа Ҡытайҙан экспорт 23 процент ярымға Рәсәйҙән импорт 32 процентҡа артҡан.

Американың Калифорния штаты өс айырым төбәккә бүленеүе ихтимал. Ноябрь айында был турала референдум уҙғарыу ҡарала. Урындағы ҡалын кеҫәле сәйәсмәндәрҙең береһе тәҡдим иткән башланғыс халыҡтың бер өлөшөндә хуплау тапҡан. Вашингтон өсөн дә Калифорнияның бүленеүе уңайлыраҡ. Референдумда хуплау тапһа ваҡ штаттар менән идара итеү ҙә анһатыраҡ булыр тип күҙаллана.

Көньяҡ Кореяның Инчхон ҡалаһында урынлашҡан сүп-сар эшкәртеү заводында бөгөн янғын сыҡты. Ҡотҡарыусылар һауаға ағыулы матдәләрҙең бүленеп сығыуын да инҡар итмәй. Янғындың үҙәге урынлашҡан завод цехында майлы ҡалдыҡтар юҡ ителеүе билдәле. Ут 300 квадратҡа таралып өлгөргән. Дүрт эшсенең һәләк булыуы тураһында хәбәр ителә.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Донъя яңылыҡтары – 13.04.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд