Донъя яңылыҡтары – 16.04.2018

Донъя яңылыҡтары – 16.04.2018 https://bash.news/news/39195_donya_yaylytary__16042018
16 апр 2018, 23:24

Рәсәй һәм донъя яңылыҡтарын байҡау.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев резерв фондтан төбәктәргә ике миллиард һум күләмендә аҡса бүлеү тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Был сығымдар дауахана һәм поликлиникарҙы электрон документ әйләнешенә күсереү өсөн йүнәлтелә. Вице-премьерҙар менән үткән кәңәшәмәлә бюджет-ара трансфертты илдең 75 субъекты аласаҡ тип билдәләнде.

Әрмәнстандың баш ҡалаһында уҙған сыуалыштар һөҙөмтәһендә 46 кеше, шул иҫәптән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре дауаханаға оҙатылған. Бөгөн Ереванда экс-президент Серж Саргсянды премьер-министр итеп тәғәйенләүгә ҡаршы булыусылар менән полиция араһында низағ ҡупты. Парламент бинаһын баҫып алырға маташыусы опозиция вәкилдәрен туҡтатыу өсөн закон һағында тороусылар йәш ағыҙыусы газ һәм тауышлы гранаталар ҡулланырға мәжбүр булған. Ҡаты бәрелештәргә бәйле илдең генераль прокуратураһы енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

2018 йылдың ғинуар-март айҙары йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә иң күп һатылған яңы сит ил машиналары рейтингы иғлан ителде. Исемлектә беренсе урында - Kia Rio автомобиле. Тәүге өс айҙа ул 25 меңдән ашыу берәмек һатылған. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 20,2 процентҡа күберәк. Икенсе баҫҡысты Hyundai Creta кроссоверы биләй. Өсөнсө урында - Hyundai Solaris.

Һиндостандан ете йәшлек малай Африканың иң ҙур тауҙарының береһе - Килиманджароға менгән. Уның иң юғары нөктәһе диңгеҙ кимәленән 5895 метр бейеклектә. Йәш альпинист әсәһе һәм тренеры оҙатыуында март аҙағында күптәнге хыялын тормошҡа ашыра башлап, ошо көндәрҙә өйөнә әйләнеп ҡайтҡан. Артабан Саманью Австралияла урынлашҡан Косцюшко тауына артылыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.

Автор: Илдар Байбулатов.

Донъя яңылыҡтары – 16.04.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд