Миллион һумһыҙ ҡалған табип

Миллион һумһыҙ ҡалған табип https://bash.news/news/39283_million_umy_alan_tabip
17 апр 2018, 23:05

Былтыр апрелдә "Ауыл табибы" программаһында ҡатнашырға теләп, Динә Наурыҙова Өфө районының Шамонин ауылы амбулаторияһына табип-педиатр булып эшкә урынлаша. Ноябрҙә иһә был программа буйынса бер тапҡыр түләнә торған компенсацияға ғариза тапшыра, әммә конкурсты үтмәй. Республика буйынса тағы ла 115 табип миллион һумһыҙ ҡалған.

Фәрзәнә Хөбөтдинова ауыл амбулаторияһына өс ейән-ейәнсәренә прививка яһатырға килгән. Табип-педиатр тәүҙә малай-ҡыҙҙарҙың йөрәк тибештәрен тыңлап, тамаҡтарын ҡарап, һау-сәләмәт булыуҙарын билдәләне. Әйткәндәй, Шамонин ауылында йәшәүселәргә Өфө поликлиникаларына йөрөйһө түгел, амбулаторияла профилле белгестәр эшләй.

“Балаларҙы алып киләм тиһәң, теш табибы ла бар. Тик педиатр булыуы бигерәк тә мөһим. Биш ейән-ейәнсәрҙең береһе ауырыһа ла, тиҙерәк бында йүгереп киләһең. Һәр ваҡыт асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар”.

Фәрзәнә Хөбөтдинова, Шамонин ауылында йәшәүсе

Динә Наурыҙова былтыр апрелдә амбулаторияға балалар табибы булып эшкә урынлаша. Үҙе Өфөнән, Шамонин ауылына ул көн һайын автобуста йөрөй. "Ауыл табибы" дәүләт программаһы буйынса финанс ярҙам алған хәлдә, йәш белгес ошо уҡ ауылда ғаиләһе менән торлаҡ шарттарын яҡшыртырға хыяллана.

Тик был тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял, ахыры. Йыл башында Динә Наурыҙова эштән китеүгә ғариза яҙа. Сәбәбе ябай. Былтыр декабрҙә "Ауыл табибы" программаһы буйынса аҡсалата ярҙам алыусылар исемлеге билдәләнә.

“Миллион һум алһаҡ, беҙ бында йәшәргә күсер инек. Һәйбәт булыр ине. Эшкә лә яҡын бит. Беҙҙең үҙәк район поликлиникаһынан 9 кеше ғариза яҙғайны, уларҙың алтыһы ғына миллион һумды алды. Өс кеше алманы, уларҙың береһе мин”.

Балалар табибы, Шамонин ауылы амбулаторияһы мөдире Динә Наурыҙова

"Финанс ярҙам алмау сәбәпле, Михайловка һәм Шемәк ауылдарында терапевт һәм педиатр булып эшләгән йәш белгестәр хеҙмәт урындарынан китте,"-ти Динә Миңлехан ҡыҙы. Шамонин ауылы амбулаторияһында ла тиҙҙән балалар табибы вакансияһы барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Өс ауылды хеҙмәтләндергән медицина учреждениеһында 1500 бала иҫәптә тора, уларҙың 35-е быйыл ғына донъяға килгән. Әйткәндәй, Динә Наурыҙова табип-педиатр булып эшләүҙән тыш, Шамонин ауылындағы амбулаторияны ла етәкләй.

Урындағы халыҡ балалар табибына ҡарата тик яҡшы фекерҙә. Улар үҙҙәре үк бер йыл элек Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итеп, амбулаторияла табип-педиатрҙың яңы ставкаһы барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Ни тиһәң дә, 2017 йылдың апреленә тиклем профилле белгес аҙнаһына бер тапҡыр ситтән килеп өс сәғәт кенә ҡабул итеү ойошторған була.

– Динә Миңлехан ҡыҙы шәп табип. Теләк бар, ул бында ҡалһын. Сөнки Шамонин ауылында балалар бик күп, - тип табип эшмәкәрлеген ҡеүәтләй Шамонин ауылында йәшәүсе Лилиә Барлыбаева. Уға ауылдашы Шәүрә Ғәппәсова ла ҡушыла: “Беҙҙең Шамонин ауылында өс, дүрт, биш бала тәрбиәләгән ғаиләләр һирәк түгел. Һәр бер өйҙә күп балалар. Шуға табип-педиатрһыҙ ҡалғы килмәй, беҙгә белемле белгестәр кәрәк”.

"Ауыл табибы" программаһы республикала алтынсы йыл эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә мең өс йөҙҙән ашыу белгес миллион һумлыҡ аҡсалата ярҙам алған. Билдәле булыуынса, программала ҡатнашырға ғариза биреүселәрҙең барыһы ла конкурсты үтә алмай. Квота сикле.

“2017 йылда "Ауыл табибы" программаһында ҡатнашырға теләүселәрҙән 236 ғариза бирелде, уларҙың 120-һе генә генә был программала ҡатнашыусы тип танылды. Улар декабргә тиклем барлыҡ түләүҙәрҙе лә алды”.

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Ҡусҡарбәкова

Әлегә Өфө районындағы Шамонин ауылы амбулаторияһы табип-педиатры Динә Наурыҙова эштән китеү тураһындағы ғаризаһын кире алған. Урындағы халыҡ һорауы буйынса. Улар йәш белгесте ебәрергә теләмәй. Власть органдарына ярҙам һорап мөрәжәғәттәр ҙә яҙғандар.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Миллион һумһыҙ ҡалған табип

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа