Донъя яңылыҡтары – 18.04.2018

Донъя яңылыҡтары – 18.04.2018 https://bash.news/news/39370_donya_yaylytary__18042018
18 апр 2018, 23:05

1 майҙан Рәсәй халҡы Ҡытайҙағы Хайнань утрауына визаһыҙ сәйәхәт ҡыла аласаҡ, ә Ҡырымда тәүге мосолман интернет-радиоһы эшләй башлаған. Рәсәй һәм Донъяла тағы ниндәй яңылыҡтар бар? Был турала беҙҙең көндәлек байҡауҙа.

Рәсәй президенты Владимир Путин экология мәсьәләһе айырыуса киҫкен торған илдең ун ҡалаһын атаны. Исемлеккә Башҡортостанға яҡын урынлашҡан Силәбе, Магнитогорск һәм Түбәнге Тагил ингән. Был төбәктәрҙең сәнәғәт предприятиелары һауаға ҙур миҡдарҙа зарарлы матдәләр сығара, тине дәүләт башлығы. Шулай уҡ ил Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмәлә Владимир Путин газ-мотор яғыулығын ҡулланыу мөһимлеген билдәләне.

Һиндостан штаттарының береһендә йөк автомобиленең күперҙән ҡолауы һөҙөмтәһендә кәмендә 20 кешенең ғүмере өҙөлгән. Тағы ла өс тиҫтәләп пассажир тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Ҡазаланыусыларҙың күрше ауылға туйға китеп барған булыуы билдәле. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, юл-траспорт фажиғәһенә водителдең идара итеү һәләтен юғалтыуы сәбәпсе. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

2018 йылдың 1 майынан донъяның 59 иле, шул иҫәптән Рәсәй туристары Хайнань утрауына визаһыҙ сәйәхәт ҡыла аласаҡ. Был турала Ҡытайҙың дәүләт миграция идаралығы вәкилдәре белдерҙе. Үҙгәреш тәү сиратта провинцияның асыҡлығы һәм реформалар сәйәсәтенә булышлыҡ итеү маҡсатында ғәмәлгә инә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй халҡы Азиялағы утрауҙа иң күп ял итеүселәрҙән һанала. Былтыр ул 284 мең ватандашыбыҙҙы ҡабул иткән. Әлеге ваҡытта провинцияға Рәсәйҙең 8 ҡалаһынан тура авиарейстар ойошторолған.

Ҡырымда "Ирфан" беренсе ислам интернет-радиоһы эшләй башланы. Уның хеҙмәткәрҙәре мосолман донъяһы яңылыҡлары, көнүҙәк мәғлүмәттәр, дини тормош һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында тапшырыуҙар әҙерләйәсәк. Яңы асылған интернет-радио үҙ тыңлаусыларын фән-техника өлкәһендәге ҡыҙыҡлы факттар, шулай уҡ мауыҡтырғыс сәйәхәттәр тураһында ла таныштырып барасаҡ. Тағы радио аша психологтар кәңәштәре, балаларға әкиәттәр, дини хикәйәттәр ҙә еткереләсәк.

Автор: Илдар Байбулатов.

Донъя яңылыҡтары – 18.04.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд