Күгәрсен районында волейбол ярыштары үтте

Күгәрсен районында волейбол ярыштары үтте https://bash.news/news/39374_kgrsen_rajonynda_volejbol_yaryshtary_tte
18 апр 2018, 23:29

Сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Ирекмәндәр һәм Башҡортостан Республикаһындағы Ғаилә йылына арналды. 14-се йыл рәттән ойошторолған бәйге быйыл район-ара кимәлгә күтәрелде: ауыл биләмәләре, район предриятие-ойошмалары, уҡыу йорттары командаларынан тыш турнирҙа Күмертау ҡалаһы, Ейәнсура, Йылайыр, Ғафури райондары волейболсылары ла ҡатнашты.

Командалар күп булыу сәбәпле, ярыш бер нисә майҙанда - район мәҙәниәт һарайы, Мәләүез киң профилле колледжының Мораҡ филиалы, Мораҡ, Әлмәс, Исем, Ҡалдар мәктәптәренең спорт залдарында, Йомағужа ауылының “Иртөбәк” физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә барҙы.

Ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында, ғафуриҙар көслөрәк булып сыҡты. Икенсе урынды Мораҡ ауылының “Дуҫлыҡ” командаһы, өсөнсө урынға Йомағужа балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе сыҡты. Ир-егеттәр командалары араһындағы көсөргәнешле ярышта район үҙәгенең “Сәләмәтлек” командаһы еңеү яуланы. Икенсе баҫҡысҡа Күмертау ҡалаһының “Энергетик”, өсөнсөгә Теләүембәт командалары күтәрелде.

Еңеүселәр Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге кубоктары, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Күгәрсен районында волейбол ярыштары үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд