Башҡортостанда яңы медицина вертолетын етештерәсәктәр

Башҡортостанда яңы медицина вертолетын етештерәсәктәр https://bash.news/news/39514_bashortostanda_yay_medicina_vertoletyn_eteshtersktr
20 апр 2018, 15:55

Күп маҡсатта ҡулланыласаҡ Ка-226Т маркалы медицина вертолеты Рәсәй авиацияһы тарафынан хупланыла. Башҡортостанда яңы медицина вертолетын етештерәсәктәр

Ағымдағы йылдың март айында тейешле документтар алына. Кумертау авиация етештереү предприятиеһы был төр вертолетын етештереү менән шөғөлләнәсәк, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

Билдәле булыуынса, вертолет ике осраҡта- медицина-эвакуациялау һәм медицина-реанимациялау ваҡытында ҡулланыласаҡ.

Медицина-эвакуациялау осрағында транспорт зыян күреүсе ике кешелек носилка, үтә кәрәкле медицина ҡорамалдары, кислород баллондары менән тәьмин ителә. Башҡортостанда яңы медицина вертолетын етештерәсәктәр

Медицина-реанимациялау ваҡытында Ка-226Т вертолеты бер зыян күреүсене һәм осоп барған саҡта, тейешле ярҙам күрһәтеү маҡсатында, ике медицина хеҙмәткәрен ала .

Спутник FM
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа