Мәҙәни мираҫ статусы капиталь ремонтҡа кәртә булырға тейеш түгел

Мәҙәни мираҫ статусы капиталь ремонтҡа кәртә булырға тейеш түгел https://bash.news/news/39888_mni_mira_statusy_kapital_remonta_krt_bulyra_tejesh_tgel

Был турала Рәсәй йәмәғәт палатаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл һәм төҙөлөш буйынса комиссияһы рәйесе Игорь Шпектор белдерҙе.

Бөгөн ул Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге һигеҙ ҡатлы йорттар менән танышты. Бер нисә йыл баш ҡаланың төп символдары һаналған был өйҙәр икенсе йәшлеген кисерҙе. Әммә ҡануниәттәге бушлыҡ йорттарҙы тулыһынса төҙөкләндерергә рөхсәт бирмәне. Теманың дауамы беҙҙең киләһе репортажда.

Бер-береһенә ҡаршы урынлашҡан был күркәм йорттар уҙған быуат урталарында төҙөлгән. Әммә ваҡыт үтеү менән архитектура яғынан бай тарихи объекттар иҫкерә, уларға ашығыс рәүештә төҙөкләндереү эштәре талап ителә. 2015 йылда капиталь ремонт программаһы сиктәрендә халыҡтан йыйылған аҡсаға ике өйҙө лә элекке хәленә ҡайтарыу башлана. Ысынлап та, биналарҙың алғы өлөштәре күҙгә күренеп үҙгәрә. Шулай ҙа ҡайһы бер элементарға ҡулдарҙың барып етмәүе борсоуға һала.

Ике йорт та йәйәүлеләргә ҙур хәүеф менән янай. Сөнки емерелгән стеналар кешеләр өҫтөнә килеп төшөүе мөмкин. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында идарасы компания йорт тирәһен тимерҙәр менән уратып алған. Шулай ҙа был ваҡытлыса ғына күрелгән сара.

Йорттоң ҡайһы бер өлөштәре тарихи-мәҙәни ҡомартҡы һанала. Уларҙы төҙөкләндереүгә закондағы бушлыҡ ҡамасаулай. Архитектура яғынан бай объекттарҙы элекке хәленә ҡайтарыу өсөн махсус ойошмалар ярҙамға килергә мөмкин. Әммә уларҙың хаҡы ябай ремонт менән сағыштырғанда күпкә юғары.

Һуңғы йылдарҙа республикала мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелгән биналар иҫәбе 200-ҙән бер меңгә тиклем артҡан. Уларҙың һәр береһе айырым иғтибар, етди ҡараш талап итә. Килеп тыуған проблемалар Игорь Шпектор ҡатнашлығында үткән осрашыуҙа ла күтәрелде. Унда ҡануниәттең камиллаштырылыу кәрәклеге билдәләнде. Хәйер, Өфө ҡалаһының был өлкәлә ыңғай тәжрибәһе лә юҡ түгел. Бер нисә йыл элек дворян Россинскийҙарҙың 19-сы быуат урталарында һалынған йорто элекке хәленә ҡайтарылды. Реставрация барышында заманса материалдар ғына ҡулланылған.

Автор: Илдар Байбулатов.

Мәҙәни мираҫ статусы капиталь ремонтҡа кәртә булырға тейеш түгел

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна