Хоккейҙағы уңыштар

Хоккейҙағы уңыштар https://bash.news/news/39959_xokkejay_uyshtar
26 апр 2018, 21:43

Башҡортостан ике-өс йылдан ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеүе мөмкин. Һәр хәлдә, "Ағиҙел" клубының Рәсәй чемпионатында еңеү яулауы киләсәккә ҙур өмөттәр уята.

Бөгөн Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө командаһы уйынсылары һәм тренерҙары менән осрашып, яҡташтарыбыҙҙы ышаныслы еңеүҙәре менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, "Ағиҙел" клубының уңышы ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккейҙың абруйын күтәрергә ярҙам итәсәк. Икеләнеп ҡараусылар спорттың был төрө менән гүзәл заттар берләшә алмай тигән фекерҙә. Әммә ысынбарлыҡта улай түгел. Беҙҙең команда үҙ тырышлығы менән хоккейҙың бар матурлығын һәм чемпион рухын күрһәтте, тине Башҡортостан Башлығы.

Рөстәм Хәмитов: Ағиҙел – йылғаның аҡ икәнлеген аңлатҡан исем, әммә быны матур йылға мәғәнәһендә лә аңларға мөмкин. Беҙҙең хоккейсы ҡыҙҙарҙы “Ағиҙел” атамаһының икенсе мәғәнәһе һынландыра. Һеҙ матурһығыҙ, йәшһегеҙ, һылыуһығыҙ. Еңеүҙәрегеҙ менән сикһеҙ шатбыҙ”.

Осрашыу барышында "Ағиҙел" клубы ла республика етәксеһенә йылы һүҙҙәре һәм миҙгел дауамында булышлыҡ иткәне өсөн үҙ рәхмәттәрен еткерҙе. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙ Рөстәм Хәмитовҡа Рәсәй чемпиондары миҙалы һәм автографтар ҡуйылған спорт формаһы бүләк итте. Әйткәндәй, киләһе миҙгелдән яҡташтарыбыҙ яңы эмблема төшөрөлгән кейемдәрҙә сығыш яһаясаҡ. Республиканың төп йылғаның атамаһы яҙылған спорт формаһы Рөстәм Хәмитовта ла хуплау тапты. Йәнле осрашыу коллектив фотоға төшөү менән тамамланды.

“Дмитров ҡалаһындағы уйындан һуң баш тренерыбыҙ килеп Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын еткергәс бөтәбеҙ ҙә аптырап ҡалдыҡ. Ҡайтҡас та осрашыуға саҡырылыуыбыҙҙы белгәс икеләтә ҡыуандыҡ. Артабан да еңеүҙәргә өлгәшәсәкбеҙ”.

Анна Пругова, "Ағиҙел" клубы ҡапҡа һаҡсыһы

“Тәү сиратта командама рәхмәтемде еткерәм. Беҙ был еңеүгә бергә өлгәштек һәм бергә ҡыуанабыҙ”.

Элина Митрофанова, "Ағиҙел" клубы һөжүмсеһе

Автор: Илдар Байбулатов.

Хоккейҙағы уңыштар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество