Донъя яңылыҡтары – 27.04.2018

Донъя яңылыҡтары – 27.04.2018 https://bash.news/news/40070_donya_yaylytary__27042018
27 апр 2018, 23:06

Мәскәүҙә террор ғәмәлдәре иҫкәртелде, Көньяҡ менән Төньяҡ Корея ярашырға теләй, Ҡушма штаттарҙағы нефть эшкәртеү заводында янғын сыҡты. Ошо һәм башҡа яңылыҡтар беҙҙең байҡауҙа ҡарағыҙ.

Мәскәүҙә террор ғәмәлдәре иҫкәртелде. Федераль именлек хеҙмәте илдең баш ҡалаһында "Ислам дәүләте" террор төркөмөнөң йәшерен ағзаларын ҡулға алыу тураһында хәбәр итте. Яңы Уренгой ҡалаһынан Мәскәүгә үтеп инеүселәр байрам көндәрендә шартлауҙар әҙерләгән. Террорсылар эшмәкәрлеге Сүриәнән Телеграмм мессенджере ярҙамында көйләгән тип хәбәр итә ведомство вәкилдәре.

Дәүләт Думаһына айнытҡыстарҙы кире ҡайтарыу тәҡдиме индерелде. Был башланғыс менән депутат Дмитрий Морозов сығыш яһаған . Уның фекеренсә, йылда һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына бер миллион самаһы иҫерек килтерелә, әммә уларҙың ни бары 30 процентына ғына медицина ярҙамы күрһәтелә.

Көньяҡ менән Төньяҡ Корея ярашырға теләй. Бөгөн ике ил президенттарының тарихи осрашыуы булды. Яҡтар Корея ярымуртауын ядро ҡоралынан таҙартыу һәм тынысылыҡ килешеүе төҙөү тураһында уртаҡ фекергә килде.

Ҡушма штаттарҙағы нефть эшкәртеү заводында янғын сыҡты. Ғәҙәттән тыш хәл илдең Висконсин штатында теркәлде. Тәмәке төпсөгөнән тоҡанып киткән ут тиҙ арала тотош заводтты ялҡын ялмап алды. Хәлде нефть продукттары һаҡланған цистерналарҙың шартлауы ҡатмарлаштырҙы. Хеҙмәткәрҙәр эвакуацияланыуға ҡарамаҫтан, утта 20 кеше йәрәхәтләнгән тип хәбәр итә Рейтер агентлығы.

Япондар трансформер өлгөһөн йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим итте.Робот бер минут эсендә формаһын үҙгәртә һәм ябай автомобилгә әйләнеү һәләтенә эйә. Машина сәғәтенә 60 саҡырым тиҙлек менән хәрәкәт итә. Уны менән кабинанан ултырып та, ситтән тороп пульт аша ла идара итергә мөмкин. Формаһын үҙгәрткән мәлдә салондан сығыу талап ителмәй. Трансформер ике электр моторы ярҙамында хәрәкәт итә.

Донъя яңылыҡтары – 27.04.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа