Көнүҙәк мәсьәләләр

Көнүҙәк мәсьәләләр https://bash.news/news/40072_knk_msllr

Республика халҡы быйыл көҙҙән йылылыҡ өсөн ҡулланған ваҡытта ғына түләй башлай. Элек был хаҡ 12 айға теүәл бүленә ине.

Хәҙер йәйгеһен, йәғни йылылыҡ биреү туҡтатылған ваҡытта квитанцияларға хаҡ өҫтәлмәй. Түләүҙәр йылытыу миҙгеле башланғас ҡына яңынан ҡайтарыла. Был турала бөгөн Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Хөкүмәт ултырышында белдерҙе. Президиум ултырышында төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар проблемаһы ла тикшерелде. Республикала проблемалы обьекттар буйынса юл картаһы төҙөлгән, уларҙы сафҡа индереү графигы төҙөлгән. Был проекттарға оҙайлы төҙөлөшкә әйләнгән 87 күп ҡатлы йорт ингән.

“Быйыл проблемалы тип һаналған 32 йортто файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар фатирҙарын 2021 йылға тиклем алып бөтөргә тейеш. Төрлө саралар ҡулланыла, ҡайһы бер ойошмалар үҙҙәре төҙөп бөтөп ҡуя, шулай уҡ инвесторҙар ҙа йәлеп ителә, башҡа алымдар ҙа ҡулланыла”

Артем Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары

Президиум ултырышнда мәҙәни объекттарҙың матди-техник базаһын нығытыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Быйыл ошо маҡсатта өҫтәмә аҡса йүнәлтеү ҡарала. Тәү сиратта ауыл мәҙәниәт йорттары төҙөкләндерелә. Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә Мишкә районында мари мәҙәни үҙәген яңыртыу күҙаллана. Был исемлеккә республиканың башҡа төбәктәренәнән дә мәҙәни объекттар ингән.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Көнүҙәк мәсьәләләр

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа