Сәләмәт киләсәк өсөн

Сәләмәт киләсәк өсөн https://bash.news/news/40125_slmt_kilsk_sn
28 апр 2018, 21:25

Башҡортостанда балалар поликлиникалары төҙөү һәм иҫкеләрен модернизациялау киң ҡолас аласаҡ. "Берҙәм Рәсәй" партияһы "Сәләмәт киләсәк" проектына ингән был программаның үтәлешен контролдә тотасаҡ.

Был хаҡта "Берҙәм Рәсәй. 2026 йылға йүнәлеш" темаһына фекер алышыуҙа проект координаторы, Республика балалар клиник дауаханаһы баш табибы Рөстәм Әхмәтшин белдерҙе

Бөгөн яңы поликлиникалар төҙөү һәм булғандарын үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе бик мөһим. Бөтә дауаланау учреждениеларның да матди -техник базаһы тикшерелгәндән һуң, заманса ҡормалдарға финанс сығымдар бүленәсәк.

Рөстәм Әхмәтшин, "Сәләмәт киләсәк" Берҙәм Рәсәй партияһы федераль проектының йәмәғәт советы ағзаһы, республика клиник балалар дауаханаһының баш табибы

Фекер алышыуҙа төбәктә медицина генетика өлкәһендә белгестәр әҙерләү, ғүмерҙе оҙайтыу, һаулыҡ һаҡлауҙа күсмә һәм стационар фаптар селтәрен үҫтереү, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш алымдары, йәштәр мөхитендә сәләмәт тормошто пропагандалау, онколигик сирҙәрҙе иртә диагностикалау өлкәһендә тәҡдимдәр ҡаралды.

“Шеш тураһында бөгөнкүп һөйләштек, сөнки был халыҡ араһында бик ҡурҡыныс ауырыу булып ҡала. Беҙ уны мөмкин булғансы күберәк кешелә дауаларға тейешбеҙ”.

Зөфәр Мортазин, Башҡорт дәүләт университеты проректоры ярҙамсыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы

Автор: Гүзәл Борханова.

Сәләмәт киләсәк өсөн

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна