Бәхәсле йорт

Бәхәсле йорт https://bash.news/news/40252_bxsle_jort

Стәрлетамаҡтың Депо урамындағы 19-сы йортто ике идарасы компания бүлешә алмай. Фатир хужалары ла ике фронтҡа бүленгән. Йортта йәшәүселәр ҡыйыҡта капиталь төҙөкләндереү эшләнмәүенә зарлана. Ирегән ҡар, ямғыр һыуҙары өҫкө ҡаттағы фатирҙарға, коридорға аға. Ойошма эшмәкәрлегенә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр йортто икенсе идарасы компания ҡарамағына күсергән.

Тыныслыҡ тураһында хыялланырға ғына ҡала был йортта йәшәүселәргә. Депо урамындағы 19-сы йорт алдында һуңғы ваҡытта ошондай күренеш йыш күҙәтелә. Ут күршеләр уттай ҡыҙған. Күп ҡатлы йорт элек 15-се торлаҡ файҙаланыу хужалығына ҡараған. Ойошма тарҡалғандан һуң, фатир хужалары үҙҙәре "Стандарт" идарасы компанияһын һайлаған. Уның эшмәкәрлегенән йортта йәшәүселәр риза түгел.

“2016 йылда идарасыны һайлап ҡуйғас та киләһе йылына ҡыйыҡҡа капиталь ремонт эшләргә тейештәр ине. Юҡ. Ремонт та булманы. Идарасы компания бер нәмә лә эшләмәне”.

Валентина Егорова, Депо урамы, 19-сы йортта йәшәүсе

Утыҙ йылдан ашыу элек һалынған йорттоң, әлбиттә, ҡыйығы туҙған һәм өҫкө ҡатта йәшәүселәргә ямғыр яуған һайын һыу үтә. Зәбиҙә Сабитова әйтеүенсә, электр үткәргестәргә зыян килеп, утһыҙ ултырырға ла тура килгән.

Ошондай дәғүә белдереүселәр йортто "Лазурное" идарасы компанияһына ҡарамағына күсереүгә өлгәшкән. Ниндәй юлдар менән? Уныһы сер булып ҡала. Берәүҙәр "Стандарт" менән килешмәһә, икенселәр идарасы компания үҙ бурысын теүәл үтәй ине тип иҫәпләй. Йорт подъездары буялған, ингән ерҙә баҫҡыстар ҙа тәртипкә килтерелгән.

“Бөтә әйберҙе лә эшләне. Подъезды ла буяп сыҡты, әммә, хатта, буяуға тиклем дә бәйләнделәр. Йоҙаҡтарҙы емереп инделәр. Оксана Владимировнаны беҙ күрмәнек тә, улар судты һатып алған, тип уйлайбыҙ. Беҙгә эшләүсе компания кәрәк. Бер йыл буйына шундай һуғыш бара”.

Зөлфирә Ҡоҙаҡаева, Депо урамы, 19-сы йортта йәшәүсе

"Стандарт" идарасы компанияһы директоры билдәләүенсә, ҡыйыҡҡа капиталь ремонт быйыл эшләнәсәк.

“Инженер коммуникацияларын һәм аҫҡы ҡаттарҙы тулыһынса эшләп бөттөк. Подъездарҙы ремонтланыҡ, электр сым проблемаларын да хәл иттек. Беҙгә ҡарата халыҡтан ялыуҙар юҡ. Бер-нисә кешенән башҡа эш менән бөтәһе лә риза. Ҡыйыҡтың капиталь ремонтын быйылғы планға индерҙек”.

Мәҙхәт Зарипов, "Стандарт" идарасы компанияһы директоры

Йортта йәшәүселәрҙең яртыһы "Стандарт" яҡлы, икенселәре "Лазурное"ға күсеү бөтә проблемаларҙы хәл итеү юлы тип иҫәпләй. Был аңлашылмаусанлыҡҡа сик ҡуйылырмы, билдәһеҙ. Тыныслыҡ һәм хеҙмәт байрамын ошондай кәйефтә үткәреүсе йортто, бәлки, ике идарасы компания хеҙмәтләндерер. Сөнки әлегә уртаҡ фекергә килеүсе юҡ .

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бәхәсле йорт

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна