Коммуналь түләүҙәр арта

Коммуналь түләүҙәр арта https://bash.news/news/41152_kommunal_tlr_arta/?lang=bash

Һыу менән тәьмин итеү яҡынса 18 процентҡа күтәрелә. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр уның бер кубы өсөн яҡынса 25 һум 72 тин түләйәсәк.

Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитетының күсмә ултырышында билдәләнде. План буйынса коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ 1 июлдән артырға тейеш. Тарифтарға ҡағылышлы республика өсөн дөйөм индекс та раҫланған. Ул яҡынса 6 процент самаһы. Хаҡ федераль ҡануниәткә нигеҙләнеп планлы рәүештә арта.

Әлбиттә, тарифтар хаҡ күрһәтелгән хеҙмәт төрөнә ҡарап төрлөсә арта. Электр энергияһы 4, 7, газ 3,4, һыу менән тәьмин итеү 5, йылылыҡ энергияһы 5-тән саҡ ҡына күберәк, ә һыуҙы түгеү 17,7 процентҡа күтәрелә.

Светлана Бурдюк, Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе

Һыу түгеү өсөн хаҡтың артыуын "Өфө һыу каналы" предприятиеһы инвестиция проекттары менән аңлата. Коммуналь селтәр туҙған, уны яңыртыу талап ителә. Торбаларҙы төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ аҡсалар квитанцияларҙа сағылыш табасаҡ тип билдәләй Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Елена Родина. Белгестәр фекеренсә, коммуналь тарифтар иҫәпләү ҡоролмалары нигеҙендә түләнергә тейеш. Иң мөһиме, был өлкәлә асыҡлыҡты тәьмин итеү мөһим, тине күсмә ултырышта ҡатнашыусылар.

Бөгөн яңғыраған төп фекерҙәрҙең береһе, иң мөһиме асыҡлыҡты тәьмин итеү. Әле республикала иҫәпләү ҡоролмалары 90 процентҡа ҡуйылған. 10 процент йорттар 261-се федераль закон буйынса үтергә тейеш. Уларҙы ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙә яуаплылыҡ сеймал һатыусы компаниялар иңендә. Был ойошмалар иҫәпләү ҡоролмаларын урынлаштырғандан һуң ғына күрһәткестәр нигеҙендә хаҡ түләүҙе талап итергә хоҡуҡлы.

Елена Родина, Дәүләт йыйылышы - ҡоролтай комитеты рәйесе

Автор: Рәфиҡ Әхмәтшин

Коммуналь түләүҙәр арта

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста