Башҡалала коммуналь хужалыҡтар яңы йылытыу миҙгеленә әҙерләнә башланы

Башҡалала коммуналь хужалыҡтар яңы йылытыу миҙгеленә әҙерләнә башланы https://bash.news/news/41267_bashalala_kommunal_xuzhalytar_yay_jylytyu_migelen_erln_ba/?lang=bash

Күптән түгел башҡалала йылытыу миҙгеле тамамланды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары яңыһына әҙерләнә башланы ла инде. Билдәле булыуынса, үткән йыл менән сағыштырғанда, быйыл фатирҙар 9 көнгә оҙағыраҡ йылытылды.

Башҡалала коммуналь хужалыҡтар яңы йылытыу миҙгеленә әҙерләнә башланы
Башҡалала коммуналь хужалыҡтар яңы йылытыу миҙгеленә әҙерләнә башланы

Өфөлә йәшәүселәрҙән насар йылытыу системаһы һәм эҫе һыу проблемалары буйынса яҡынса 12 меңгә яҡын ялыу алынған. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы йылда ялыуҙар, үткән йылға ҡарағанда, кәмерәк. Фараз ителеүенсә, был фатирҙарға йылыны алдан биреүгә бәйле.

Яңы миҙгелгә торлаҡ-коммуналь хужалығы 4 213 күп фатирлы йорттарҙа йылытыу системаларын һынап ҡараясаҡ. Шулай уҡ газ ҡоролмаларын тикшереү, 233 йорттоң ҡыйығын алмаштырыу һәм 103 күп ҡатлы йорттоң алғы яғын төҙөкләндереү ҡаралған. Был эштәр йәйге осорҙа эҫе һыуҙы туҡтатыу менән башҡарыласаҡ.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Афиши территория роста