Заманса битум - сифатлы юл

Заманса битум - сифатлы юл https://bash.news/news/41414_zamansa_bitum__sifatly_yul/?lang=bash

Республика юлдарын төҙөкләндереүҙә һығылмалы битум ҡулланыласаҡ. Спас истемаһы буйынса эшләнгән заманса материал Салауат ҡалаһында етештерелә. Бөгөн заводтан уның тәүге партияһы оҙатылды. Битум төбәктең климат шарттарына яраҡлаштырылған, йәғни сатлама һыуыҡтарға ла, селлә эҫеләргә лә сыҙамлы.

Ул юлдар сифатын күпкә яҡшыртыр тип көтөлә. Етештереү технологияһын Республика Башлығы ла ҡараны. Рөстәм Хәмитов яңы материалды киң ҡулланышҡа индереү бурысын ҡуйҙы.

Оператор экрандағы һәр бер хәрәкәтте ентекләп күҙәтә, сифатлы битум етештереү техник белем генә түгел, ныҡлы иғтибар ҙа талап итә. Күрһәткестәр норманан артмаҫҡа ла, кәмемәҫкә лә тейеш. Материалдың әҙерлеге, цистерналарға тултырыу ваҡыты ла күренеп тора. Әле тәүге транш юлға әҙерләнә.

Яңы аппарат менән сифатты тикшерәбеҙ. Стандарттарға тап килмәһә, эште яңынан башлайбыҙ.

Альберт Рәхимов, технолог

"Салауатметалл"ға ҡараған "Битум" заводы юл төҙөлөшө материалын үткән быуаттың аҙағынан уҡ сығара. Бында ҡеүәте 250 мең тоннаға иҫәпләнгән ике ҡоролма, махсус лаборатория бар. Әҙер продукция илдең төрлө төбәктәренә, Урта Азия илдәренә оҙатыла. Быйыл иһә компания Спас ситемаһы буйынса камиллаштырылған битум ҡоя башлаған.

Яңы битум материалы һығылмалылығы менән айырыла. Белгестәр уны хатта, йомшаҡ ҡамыр менән сағыштыра. Заманса битум юлдарҙың сифатын күпкә яҡшыртыр тип көтөлә, 12 йыл гарантия бирелә. Әлбиттә, был битумды һалған ваҡытта технологияларҙы ла теүәл үтәргә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта юлдарҙа йырындар ҙа соҡор-саҡырҙар ҙа барлыҡҡа килмәйәсәк.

Республика Башлығы битумды етештереү технологияһын ҡараны, лаборатория ла булды. Был ысул Рәсәй өсөн яңы, ул һауа температураһының үҙгәреүен иҫәпкә алып ҡойола. Өҫкө сик төҙөлөш биләмәһендәге иң эҫе мәлде, ә аҫҡыһы һуңғы 20 йылдағы сатлама һыуыҡтарҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ асфалт ҡатламына транспорт хәрәкәте, тиҙлек тә йоғонто яһай. Йәғни, техника күп һәм тиҙерәк йөрөгәндә асфальт нығыраҡ ҡыҙа. Был үҙенсәлектәр ҙә иҫәпкә алынған. Яңы етештереү линяиһын асыуға 500 миллион һум инвестиция һалынған.

Был материал, элекке битумдан ҡырҡа айырыла. Яңы система юлдың температураһын да иҫәпләй ала.

Артур Манаков, "Битум" компанияһының техник директоры

Башҡортостандың юл комплексы Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Автомобиль юлдарының оҙонлоғо 47 мең километрҙан ашыу, уларҙың 800 километры федераль ҡарамаҡта. Рөстәм Хәмитов яңы материалды киң ҡулланылышҡа индереү бурысын ҡуйҙы. Сөнки асфальт ҡатламаның тиҙ сафтан сығыуы матди сығымдар ҙа, даими төҙөкләндереү ҙә талап итә. Юлдарҙың таушалыуы битумдың сифатына бәйле, хаҡы ҡиммәтерәк булһа ла был материал үҙен аҡлаясаҡ, тине Республика Башлығы.

Һығылмалы битум быйыл Өфө урамдарын төҙөкләндереү ҙә ҡулланыласаҡ. Яңы етештереү линияһының ҡеүәте айына 30 мең тонна, күрһәткестәрҙе арттырырға ла була, мөмкинлектәр етерлек.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Заманса битум - сифатлы юл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста