Ауырыу балаларға ярҙам

Ауырыу балаларға ярҙам https://bash.news/news/41570_auyryu_balalara_yaram
21 май 2018, 23:18

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе ауыр сирле балаларҙың ата-әсәләре үҙ башланғысы менән үҙәк асҡан. Бинаны улар ҡуртымға ала, белгестәр ҙә урындағы түгел, ҡырҙан саҡырыла. Әле балалар фалижынан интегеүсе сабыйҙарға реабилитолог- массажист сеанстар үткәрә, киләсәктә башҡа белгестәр ҙә йәлеп ителәсәк. Дауалау курстары өсөн ата-әсәләр халыҡтан аҡса йыйған.

Тимур үҙ көсө менән аяҡтарында баҫып тора алмай. Табип уға махсус ҡоролмала тростар ярҙамында бер ҡайҙа ла таянмай ғына кәүҙәһен тура тоторға өйрәтә. Малайға был еңел бирелмәй. Әммә нисек кенә ауыр булмаһын, белгес баланы үҙаллылыҡҡа өйрәтергә тырыша.

Лукас Асланян, реабилитолог) Көн һайын 15 минут ошолай баҫып тора алһа, киләсәктә сирҙән арынырға мөмкин. Тәжрибә күрһәтеүенсә, тейешле дауалау үткәргәндә был сир менән хатта егеттәр үҫеп еткәс армияға барырлыҡ була.

Балалар церебраль фалижы. Диагноз бала ғүмер буйы сабый осоронан сыҡмай йәки ата-әсәгә уны бәпесте тәрбиәләгән һымаҡ ҡарарға тура киләсәк тигәнде аңлата. Көн һайын күнекмәләр яһағанда, тейешле белгестәр менән шөғөлләнгәндә, әлбиттә, хәлде еңеләйтергә мөмкин. Туймазыла йәшәүселәр ҡалалағы реабилитация үҙәгенә йөрөй, әммә ваҡытлы курстар ғына етмәй, ти улар. Шуға ла улар үҙҙәре белгес саҡырырға ҡарар иткән.

Ирина Ғәзимова: Ике ай дауаланабыҙ, файҙаһы бар. Аҡсаны халыҡтан йыйҙыҡ, бөтәһенә лә ҙур рәхмәтемде белдергем килә.

Туймазыға Лукас Краснодарҙан өсөнсө тапҡыр килгән. Ата-әсәләр уның юлы, бында йәшәүе өсөн түләй, шулай уҡ курстар өсөн аҡса түләнә. Бер сәғәте яҡынса бер мең ярым тирәһе. Әле ул 12 баланы ҡабул итә. Массаж, физик күнегеүҙәр яһау, тренажерҙа шөғөлләнеү - бөтәһе лә бер бүлмәлә. Бинаны ҡалалағы төҙөлөш ойошмаһы физик мөмкинлеге сикләнгән ата-әсәләргә ҡуртымға биргән.

Регина Ғиниәтуллина: Беҙ балаларҙы йөрөтөргә төҙөлөш ойошмаһынан бина һораныҡ. Ошо бүлмәләрҙе бирҙеләр. Реабилитологты ла Интернет аша үҙебеҙ таптыҡ.

Ата-әсәләр үҙ башланғысы менән ойошторған үҙәк бер-нисә ай элек кенә асылған. Киләсәктә бында логопед бүлмәһе эшләйәсәк, шулай уҡ башҡа белгестәрҙе лә саҡырыу күҙаллана.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Ауырыу балаларға ярҙам

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество