Уңайлыҡ өсөн көрәш

Уңайлыҡ өсөн көрәш https://bash.news/news/42193_uajly_sn_krsh/?lang=bash

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан йорттарҙың береһе йылыһыҙ һәм һыуһыҙ ҡалыуы ихтимал. Һәр хәлдә урындағы халыҡ киләһе миҙгел өсөн бөгөндән үк борсола башлаған. Килеп тыуған проблеманы улар автоном эшләүсе ҡаҙанлыҡ хужаһы менән бәйләй. Йәнәһе лә, ул ресурстар менән тәьмин итеүсе бинаны һатыуға сығарған.

Өфөнөң Черниковка урамында урынлашҡан 51-се йортта йәшәүселәр һыуһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡа. Шуға ла улар буш һауыттарҙы тултырып ҡуйырға күнеккән. Сөнки май уртаһында хужалар бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ йылы һыуһыҙ ултырған. Һыуыҡ һыу менән дә шундай уҡ хәл ҡабатланыуы мөмкин. Әммә йәйге миҙгел өсөн был ғәҙәти күренеш булһа ла, милекселәр бер ҙә генә улай уйламай. Проблеманың сәбәбен улар йыйылыҡ менән тәьмин итеүсе ҡаҙанлыҡ хужаларында күрә.

Котелды алырға ниәтләнәләр – төп проблемабыҙ шул. Нимә эшләргә, кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәйбеҙ. Бында бала-саға ла күп, уларҙы йылыла үҫтерергә кәрәк.

Ильяс Ҡоҙаҡаев, йортта йәшәүсе

Күп ҡатлы йортто йылы һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүсе автоном ҡаҙанлыҡ бер нисә йыл элек шәхси эшҡыуар тарафынан һатып алынған. Һөҙөмтәлә яңы хужа бинаны инженер селтәрҙәренә ҡуртымға биреп еңел генә аҡса һурып ятҡан. Әммә урындағы халыҡ әйтеүенсә, ни өсөндөр ҡаҙанлыҡ бөгөн һатыуға сығарылған. Хаҡтың юғары ҡуйылыуын иҫәпкә алғанда киләһе ҡышты милекселәр һалҡын фатирҙарҙа ҡаршы алыуҙары ихтимал.

Это не первый и не последний дом где обанкротился застройщик. Администрация города должна искать инвестора или нового застройщика который обеспечит жителей водой.

Павел Качкаев, Дәүләт Думаһы депутаты

Беҙ телефон аша ҡаҙанлыҡ хужаһы менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Уның фекеренсә, киләсәктә бында мейестәр урынына сауҙа рәттәре булырға тейеш.

Речь идет о том, что скорее всего администрация города будет выкупать. Но если она до конца июля этот вопрос не закроет, то жильцы останутся без тепла.

Артур Хәйруллин, ҡаҙанлыҡ хужаһы

Проблеманы хәл итеү юлдарының береһе йортто дөйөм ҡала коммуникацияларына тоташтырыу. Әммә бының өсөн селтәр ҡеүәтен өс гигакалоирийға тиклем еткерергә кәрәк. Уларҙың һәр береһе 8 миллион һумға төшөүен иҫәпкә алған кәмендә 24 миллион һум талап ителә. Шулай ҙа энергетиктар инвестиция программаһы ярҙамында бар сығымдарҙы ла үҙҙәрҙе ҡапларға әҙер. Эштәрҙе башлау ваҡытын ғына билдәләргә ҡалған.

Автор: Илдар Байбулатов.

Уңайлыҡ өсөн көрәш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста