Хәрәкәттә-бәрәкәт

Хәрәкәттә-бәрәкәт https://bash.news/news/42338_xrkttbrkt
01 июн 2018, 23:02

Өфөлә ауыр сиргә дусар булған 5 йәшлек малай физик күнекмәләр ярҙамында аяҡҡа баҫҡан. Ауырыуҙы еңеү тарихы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

Өфөлә йәшәүсе 5 йәшлек Таһир Фәҡетдинов ауыр сирҙе еңеп аяҡҡа баҫты. 2017 йылдың сентябрендә уның һаулығы насарая башлай. Башта ул сатанлай, аҙаҡтаныраҡ ҡултыҡ таяҡтарына ҡала, бер аяғы йыуаная. Табиптар ноябрҙә уға ҡурҡыныс диагноз ҡуя: малайҙа - һирәк осрай торған Пертес ауырыуы. Уның барлыҡҡа килеү сәбәптәре лә билдәһеҙ. Был сир һөҙөмтәһендә малайҙың аяҡ мускулдары атрофия кисерә, быуындарҙы ҡан менән тәъмин итеү боҙола, артабан һөйәктәрендә микроз процесы башлана, хәрәкәт функцияһы боҙола, скалиоз өҫтәлә.

Сентябрҙә ул сатанлай башланы, ноябрҙә Пертес ауырыуы диагнозын ҡуйҙылар. Шунан һуң ҡултыҡ таяҡтарына баҫтырҙылар. Интернетта был ауырыуҙы еңеп булмай тигән мәғлүмәтте күрҙем. Үҙ тәжрибәмдән сығып ошо Ҡыуатов үҙәгенә мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Әлбиттә, һәр ата-әсә үҙ балаһын сәләмәт итеп күрергә теләй. Беҙ бында ғына туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ тип уйлайым. Был оҙайлы процесс, күп эшләргә, шөғөлләнергә кәрәк буласаҡ. Бындай белгестәр менән бөтәһе лә яҡшы булырына өмөтләнәм.

Айгөл Фәҡетдинова, Таһирҙың әсәһе

Табиптар балаға 2-5 йыл тирәһе ятырға, хәрәкәтләнмәҫкә кәңәш итә. Әсәһе Таһирҙы Өфөләге Ҡыуатов үҙәгенә алып килә. Бында ул үҙе лә умыртҡа һөйәге бүҫеренән уңышлы дауаланған була. Үҙәк белгестәре пациенттың хәле менән яҡшылап танышҡандан һуң әүҙем рәүештә уны аяҡҡа баҫтырыу эшенә тотона. Уларҙың фекеренсә, бындай сирҙе тик дауалау-физкультура комплексы, массаж, йөҙөү һәм хәрәкәтләнеү ярҙамында ғына еңеп була.

Ул беҙгә килгәндә хәле бик ауыр ине. Беҙ физиотерапия, рефлексотерапия, массаж һәм иң мөһиме, дауалау физкультураһы билдәләнек. Таһирҙы дауалау менән беҙҙең үҙәк директоры Айрат Салауат улы Ҡыуатов үҙе шөғөлләнде. Ярты йыл эсендә ыңғай динамика күрҙек. баланың аяҡ мускулдары тергеҙелде, иркен йөрөй, йүгерә башланы, һыҙланыуҙары баҫылды. Физкультура ярҙамында ғына бындай уңышҡа өлгәшеп була.

Олег Хәкимйәнов, табип-невролог, рефлекс терапевы

Был һирәк осрай торған ауыр сир. Беҙҙең практикала ауырыу беренсе тапҡыр осраны. Үтә ауыр хәлдәге пациенттарға мин үҙем ярҙам итергә тырышам. Ғәҙәттә, балалар менән эшләмәйем. Әммә был осраҡта үҙем дә кесе йәштәгеләр менән эшләргә өйрәндем. Ярты йыл эсендә Таһир менән беҙ ҙур, һиҙелерлек уңышҡа өлгәштек. Иң мөһиме, бала хәҙер тулы ҡанлы, сикләүһеҙ тормош менән йәшәй аласаҡ.

Айрат Ҡыуатов, үҙәк етәксеһе

2017 йылдың ноябрендә башланған дауаланыу әлеге көндә үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе: иң тәүҙә уның сатанлауы бөтә. Хәҙер Таһир бер ниндәй сикләүһеҙ хәрәкәт итә, үҙ аяҡтында йөрөй, тулы тормош менән йәшәй. Табиптар белдереүенсә, Таһирға артабан да тулы ҡанлы йәшәү өсөн даими физик күнекмәләр эшләргә, массажға йөрөргә, йөҙөргә кәрәк буласаҡ.

Хәрәкәттә-бәрәкәт

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа