Өфөлә реабилитация үҙәгенә 427 млн һум күләмендә инвестиция бүленәсәк

Өфөлә реабилитация үҙәгенә 427 млн һум күләмендә инвестиция бүленәсәк https://bash.news/news/42499_fl_reabilitaciya_gen_427_mln_um_klmend_investiciya_blensk
05 июн 2018, 09:54

Башҡалала күп профилле реабилитация үҙәге асыласаҡ. Бихисап кешеләрҙе инвалидлыҡтан һаҡлап аласаҡ үҙәк өсөн 427 млн. һум күләмендә инвестиция ҡаралған. Проекттың инвесторы булып «Медстандарт» тора.

Өфөлә реабилитация үҙәгенә 427 млн һум күләмендә инвестиция бүленәсәк
Өфөлә реабилитация үҙәгенә 427 млн һум күләмендә инвестиция бүленәсәк

Проект дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә барлыҡҡа киләсәк. Үҙәк мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге сиктәрендә эшләйәсәк. Реабилитация үҙәге адресы: Октябрь проспекты,133/2.

Бинаны төҙөкләндерәсәктәр һәм уның майҙаны дүрт ҡатҡа тиклем ҙурайтыласаҡ. Үҙәктә балалар һәм ололар өсөн йөҙ урын бүленәсәк. Яңы медицина үҙәген асыу 2020 йылға ҡаралған. Әлеге ваҡытта тейешле документтар әҙерләнә.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд